+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
10 Ғинуар 2017, 22:29

Тәртип булһын һәр ерҙә

Мәңгелек йортобоҙ булған зыяратты тәртиптә тотоу һәр ауыл кешеһенең изге бурысы булып тора. Бөгөн йәшәгән йортобоҙ нисек бөхтә булһа, зыярат та шулай ҡараулы булырға тейеш.

Туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ ерләнгән урындарҙы тәртиптә тотоу, ҡарт, ҡороған ағастарҙы киҫеп сығыу, ҡороған үләндәрҙе таҙартыу, ҡәбер рәшәткәләрен буяу эштәре – былар барыһы ла мәрхүмдәрҙең рухын хөрмәтләү ул.

Үтәк ауылында мәңгелек йортҡа иғтибар көндән-көн арта. Зыяраттың ағас ҡоймаларын тимер бағаналарға алмаштырыу һәм сетка менән уратып тотоу тураһында һүҙ сыҡҡас, ауыл халҡы дәррәү күтәрелде. Был изге эшкә ауыл биләмәһе хакимиәте лә аҡса керетте, ҡалған сумма халыҡтан йыйылды. Ҡойма тотоуҙа төп эште Ринат Маликов, буяу эштәрен ауылдың бюджет өлкәһендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙары башҡарып сыҡты. Ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индереүсе ауылдаштарыбыҙға хакимиәт исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Алда әле башҡараһы эштәр күп. Шуға ла ауылда йәшәүселәр генә түгел, ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ ҙа ошондай дөйөм эштәрҙән ситтә ҡалмаҫтар, тип ышанғы килә.

Гөлназ МАННАНОВА.

Үтәк ауылы.
Читайте нас: