+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
10 Ғинуар 2017, 22:33

Ысын дуҫлыҡ хаҡы юғары

Йәшерен серҙәремде сисергә,Ҡайғы килһә, уртаҡ итергә, Үпкәләшер өсөн, ярашып, Йән дуҫҡайым кәрәк һәр ваҡыт.

еҙ Фәниә менән күрше булып үҫтек. Үҙемде күпме хәтерләһәм, шул көндән алып бер-беребеҙҙе беләбеҙ. Фәниә һәр ваҡыт: "Мин һинең тыуғаныңды көтөп ултырҙым”, - тип шаярта. Фәниә һигеҙ балалы ғаиләлә өс малайҙан һуң дүртенсе булып донъяға ауаз һала. Унан һуң аллы-артлы булып тағы өс энеһе, бер һеңлеһе тыуа. Фәниә улар өсөн бәләкәй генә апай ҙа, тәрбиәсе лә булды. Шуға күрә бик бәләкәйҙән ҡул араһына кереп, әсәй-атаһына төп ярҙамсы булып улар менән бергә донъя йөгөн тартты тиһәң дә була. Барлыҡ эшкә лә ҡулы килешеп тора ине. Бергә уйнар өсөн миңә лә уның туғандарын ҡарашырға тура килә ине. Шулай үтте бәхетле лә, мәшәҡәтле бала саҡ, мәктәп йылдары. Беҙ уның менән 10 йыл буйына мәктәпкә бергә барҙыҡ, бергә ҡайттыҡ. Дәрестән һуң беребеҙҙе ҡалдырһалар, икенсебеҙ көтөп тора инек.

Мәктәптән һуң икебеҙ ҙә ауылда ҡалдыҡ. Иң йәмле, иң күңелле йылдар. Атай-әсәйҙәр иҫән, эш бар, өйҙә донъя көтөшәбеҙ, кистәрен - клуб. Ҡаланан класташтар, дуҫтар ҡайта. Беҙҙең эш урындары ла күрше булды. Фәниә көнкүреш йортонда тегенсе, мин - мәктәптә лаборант. Көн дә эшкә бергә барҙыҡ, бергә ҡайттыҡ. Кейәүгә лә бер ваҡытта, 1983 йылда сыҡтыҡ. Мин Красноусолға күстем, шунда ғаилә ҡорҙоҡ. Фәниә менән Хәләф ауылда ҡалдылар.

Фәниә менән беҙ бәләкәй саҡтан уҡ шишмә тау башына күршеләш йорттар һалып, ғаиләләр менән дуҫ булып йәшәргә тип хыяллана инек. Аллаға шөкөр, күрше генә булмаһаҡ та, ошо көнгә тик-лем ғаиләләребеҙ менән дуҫ булып йәшәйбеҙ. Бәләкәйҙән балаларыбыҙ ҙа аралашып үҫте. Әле лә бер-береһенең хәлдәрен белешеп, кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр. Беҙ ауылға барған һайын Фәниә менән Хәләфкә барып, хужабикәнең тәмле һыйҙарынан ауыҙ итеп китәбеҙ. Улар һәр ваҡыт асыҡ сырайлы, ҡунаҡсылдар.

Улар балаларына ла шул тиклем дөрөҫ тәрбиә бирҙе. Лилиә, Рәмзил, Гүзәлиә эшһөйәр, кешелекле булып үҫте. Ҡыҙҙар әниҙәренә оҡшап яҡшы хужабикәләр инде хәҙер. Рәмзил атаһының ныҡлы терәге. Һәр ҡайһыһының һоҡланырлыҡ ғаиләләре бар, күҙ генә теймәһен.

Ярты быуат дуҫ булып йәшәп, мин Фәниә менән бер-беребеҙҙең хәтерен ҡалдырғанды иҫләмәйем. Уның ҡулдары алтын. Бына хәҙер ярымфабрикат тип һөйләйбеҙ. Фәниәнең һыуытҡысында ярымфабрикаттар 90-сы йылдарҙа уҡ бар ине. Нисек өлгөргән, ҡасан эшләгән ул уларҙы. Йәштән бәйләмгә лә, тегенгә лә оҫта булды. Уның бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырғанын күрмәҫһең. Донъя эшенән бушаһа, тиҙ генә бәйләмгә тотона. Күҙ яуын алырлыҡ ултырғыс япмалары, сувенирҙар, күпме туғандарҙың-дуҫтарҙың аяғын йылыта ул бәйләгән тапочкалар. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрем тип, уларға ла бәйләй.

Ғүмер буйы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәнеләр. Һыйыр малының һөтөн һауыу менән генә түгел бит. Фәниә ул һөттән ниндәй генә ризыҡтар әҙерләмәй! Уларҙы эш итеү өсөн теләк, дәрт, ваҡыт кәрәк бит. Ә минең дуҫым барыһына ла өлгөрә. Баҡсала үҙҙәре үҫтергән емеш-йәшелсәләрҙән ҡайнатма, компот, салаттар тураһында һөйләп тораһы ла түгел. Көҙөн бәшмәккә йөрөргә лә өлгөрә ул. Ҡамыр ризыҡтарын да төрләндереп тора. Уның бешергән торт, бәлештәре телеңде йоторлоҡ. Йорт тирәһендә ниндәй генә гөлдәр, сәскәләр үҫтермәй ул, күҙ яуын алырлыҡ. Мин шундай дуҫым булғанға шатланам, һоҡланам, ғорурланам. Ул бит әле 36 йыл хеҙмәт стажын да тултырырға өлгөрә.

Ошо көндәрҙә яҡын дуҫым Фәниәгә 55 йәш тула. Уға алдағы көндәрҙә лә Хәләф менән тигеҙлектә, һау-сәләмәт булып, балаларынан шатлыҡлы хәбәрҙәр генә ишетеп, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй булып йәшәүен теләйем.

Сит илдәрҙән алып ҡайтылмай,

Бизмәндәрҙә үлсәп һатылмай.

Ысын дуҫлыҡтың хаҡы юғары –

Оҙон-оҙаҡ ғүмер юлдары.

Зилә ХӘКИМОВА.

Красноусол ауылы.
Читайте нас: