+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
10 Ғинуар 2017, 22:34

Йылды бергә оҙаттыҡ

Ауылыбыҙҙа клуб булмаһа ла, иҫке клуб бинаһы алдында Иҫке йылды оҙатыу һәм Яңы йылды ҡаршылауға арналған бик матур сара ойошторолдо.

Тау яһауҙы, шыршы ултыртыуҙы ауылыбыҙҙың ир-егеттәре башҡарҙы. Көн елләп, ҡар яуып тороуға ҡарамаҫтан, байрамға ауыл халҡы дәррәү йыйылды. Башта Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Азат Кәшәфетдин улы Хәйретдинов байрам менән ҡотланы һәм ауылыбыҙҙы төҙөкләндереүҙә һәм башҡа йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаты һәм Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Байрамға ауылдашыбыҙ, район ветстанцияһы начальнигы Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов та килде. Үҙ сиратында ул да ауылдаштарын байрам менән ҡотлап үтте һәм үҙенең күстәнәстәрен тапшырҙы. Уҡыусы балалар Әлиә Миҙәхәт ҡыҙы Хәмзина ярҙамы менән әҙерләнгән сценарий күрһәтте. Фаил Һәҙиәт улы гармунын алып килгәйне. Ауылдаштарын гармунда уйнап йырлатты, бейетте. Үҙе лә йырланы.

Самауыр ҡайнатып, өҫтәл әҙерләнде. Ойоштороусылар

ауылдаштарын йылы, эҫе сәй менән һыйланы. Тоҡ кейеп йүгереү, кеше ултырған сананы һөйрәп уҙышыу һәм башҡа уйындар уйналды. Йыр, бейеү оҙаҡ ҡына дауам итте. Лотерея билеттары уйнатылды. Ауыл халҡы байрамдан бик ҡәнәғәт ҡалды.

Байрамды үткәреүҙә ярҙам иткән бағыусылар: "Урожай" крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Мәжит улы Хисаметдиновҡа, Флүрә Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтдиноваға, Учалы ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Луиза Ринат ҡыҙы Усманова-Латиповаға, ауылдаштарыбыҙға (ауыл халҡынан да аҡса йыйылды) рәхмәт әйтке килә. Клуб булмау сәбәпле, ауыл халҡы Яңы йыл байрамдарын йыл да тышта, һыуыҡта үткәреүе генә күңелде ҡыра.

Гөлшат ДӘҮЛӘТОВА.

Ерек ауылы.
Читайте нас: