+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
17 Октябрь 2017, 11:12

Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе

Мин 4-се класта уҡыйым. Беҙҙең класс бик татыу, дуҫ. Мәктәптә уҙғарылған төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Үҙебеҙ ҙә байрамдар ойошторорға яратабыҙ.

Мин 4-се класта уҡыйым. Беҙҙең класс бик татыу, дуҫ. Мәктәптә уҙғарылған төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Үҙебеҙ ҙә байрамдар ойошторорға яратабыҙ.

Күптән түгел “Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе” тигән байрам үткәрҙек. Унда беҙ олатай-өләсәйҙәребеҙҙе саҡырҙыҡ. Ә класс етәксебеҙ Рима Биктимер ҡыҙы Мәүлетҡолова байрамды күңелле, фәһемле итеп уҙғарҙы. Беҙ ололарға шиғырҙар һөйләнек, йырҙар йырланыҡ, үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләнгән бүләктәрҙе ысын күңелдән бүләк иттек.

Олатай-өләсәйҙәр үҙҙәренең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, беҙгә матур теләктәр теләне, аҡыллы кәңәштәр бирҙе.

Байрам һуңында өләсәйҙәр бешергән тәмле ҡоймаҡ-бәлештәр менән сәй эстек.


Читайте нас: