-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
17 Октябрь 2017, 18:19

Яҙ кәйефе бүләк итте көҙгө байрам

Алтын көҙҙөң алтынға мансылған көҙгө муллыҡ осоро, ҡоштарҙың һауа ярып беҙҙең менән хушлашып йылы яҡтарға йыйыныуҙары, тәбиғәттең йәшел хәтфә юрғанын алмаштырып алтын төҫөнә ингән сағы. Ошондай йәмле көндәрҙең береһендә Еҙем-Ҡаран ауылының мәҙәниәт йортонда ғүмер көҙөнә аяҡ баҫҡан өлкәндәр өсөн матур сара үтте.

Алтын көҙҙөң алтынға мансылған көҙгө муллыҡ осоро, ҡоштарҙың һауа ярып беҙҙең менән хушлашып йылы яҡтарға йыйыныуҙары, тәбиғәттең йәшел хәтфә юрғанын алмаштырып алтын төҫөнә ингән сағы. Ошондай йәмле көндәрҙең береһендә Еҙем-Ҡаран ауылының мәҙәниәт йортонда ғүмер көҙөнә аяҡ баҫҡан өлкәндәр өсөн матур сара үтте.

Байрам көҙгө муллыҡ йәрминкәһе менән башланды. Бында Еҙем-Ҡаран мәктәбе, балалар баҡсаһы, Ибраһим балалар баҡсаһы коллективтары, шәхси хужалыҡтар, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Йәшелсә-емеш, һөт ризыҡтарының бөтә төрө, ит, йомортҡа, бал, хатта көҙ еләк бирә торған еләк үҫентеләре лә бар ине. Йәрминкәгә бигерәк тә Гөлдәр Садиҡова, Айгөл Йомағолова, Гөлүзә Исҡужина, Хәлисә Әбделмәнова, пенсионерҙар Рәйсә Мөрәсова, Зәйтүнә Искәндәрова, Риф Ихсанов, Фәүзиә Килмөхәмәтова һәм башҡалар тос өлөш индерҙе. Ауыл халҡы үҙенә кәрәк ризыҡ алып ҡыуанды, һатыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Динира Биктимерова менән Рита Мөрәсова баллап самауыр сәйе эсерҙе.

Байрам кисәһе артабан тамаша залында дауам итте. Кисәне алып барыусылар Динислам Шафиҡов һәм Динира Биктимерова һүҙҙе Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәноваға бирҙе. Ул ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф тармаҡтарында ал-ял белмәй эшләгән хеҙмәт ветерандарын барланы, байрам менән ҡотланы. Ауылда йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан Рәйхана Рәхмәтуллина, Мәрйәм Ке-йекбаева, Әлфиә Исҡужина, Лилиә Рәхмәтуллинаға ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы, сәскә гөлләмәләре бүләк итте. Шулай уҡ 90 йәштәрен тултырған Ғәлиә Төхвәтуллина, Мөкәрәмә Усманова инәйҙәргә ил Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын һәм ҡиммәтле бүләктәрен бирҙе. 80 йәшен билдәләгән Сидиҡа Сәйфуллина ла хакимиәттең бүләгенә лайыҡ булды. Ветерандар советы рәйесе Нурия Ғайсина биләмәлә эшләнгән эштәргә байҡау яһаны, әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләп, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Ағинәйҙәр клубы етәксеһе Сәриә Мәхмүтова, участка дауаханаһының баш табибы Рафаэль Хәсәнов һәм башҡа ойош-ма етәкселәре лә ветерандарҙы тәбрикләне. Ауылыбыҙ шағирәһе Флүрә Хәлилова яңы сыҡҡан китабы менән таныштырҙы, бер нисә шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Кисә концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде, кәйефтәребеҙҙе күтәрҙе.

Һуңынан осрашыу сәй өҫтәле артында дауам итте. Бер кем дә байрамдан күстәнәсһеҙ ҡайтманы. Был изге эштә Лиә Сәлихова, “Миләш” (В.Мөхәмәтйәров), “Мәк” (З.Йомағолова), “Әбелғужин” (Р.Әбелғужин) магазиндары, ауыл хакимиәте бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Тәмле аштарҙы мәктәп ашнаҡсылары Гөлфиә Ғәлина, Гөлнара Исҡужина әҙерләне. Күркәм байрам ойошторғандарҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә.
Читайте нас: