+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
5 Июнь 2018, 17:08

Башланғыстан өлкән класҡа

Бына әле генә балалар баҡсаһындағы рәхәт донъянан айырылғы килмәй генә 1-се класҡа аяҡ баҫҡан инек, 4 йыл үтеп тә киткән. Күбебеҙ һүрәт төшөрөүҙән башҡа йүнләп хәрефтәрҙе лә танымай ине бит. Ошо иң яуаплы осорҙа беҙҙе башлап белем тауы-на етәкләп алып менеүсе, дөрөҫ юл күрһәтеүсе, күҙҙәребеҙҙе асыусы беренсе уҡытыусыларыбыҙ Альбина Геннадьевна Маркеловаға (4 “А”), Рәмилә Вилдан ҡыҙы Сиражетдиноваға (4 “Б”), Аделя Шамил ҡыҙы Морозоваға (4 “В”), Рузилә Рим ҡыҙы Суфияноваға (4 “Г”) сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

26 май көнө Красноусолдың 1-се мәктәбендә 4-се класс уҡыусыларының башланғыстан өлкән класҡа күсеү кисәһе булып үтте. Был тантаналы байрамға мәктәп етәкселеге, ошо арауыҡта уҡытҡан уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр йыйылғайны. Беҙ инде был байрам күңелле һәм матур үтһен өсөн йырланыҡ, бейенек, шиғыр һөйләнек, әкиәт уҡыныҡ, ике командаға бүленеп ата-әсәләр менән ярышып та алдыҡ. Мәктәп директоры Галина Викторовна Петрова яҡшы уҡыусы һәм өлгөлө, тәртипле уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып, беҙҙең күбебеҙҙең “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшеүебеҙгә һөйөнөп бөтә алманы. “Бына ҡайҙа академиктар?” - тип шаяртып та алды. Кисә һуңында Галина Викторовна 4-се кластарға башланғыс кластан өлкән класҡа күсеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйып, изге теләктәрен теләне, беҙҙе 5-се класта ҡабул итеп аласаҡ уҡытыусыларыбыҙ менән таныштырып үтте. Кисәлә һәр кластың ата-әсәләр комитеты рәйестәре лә сығыш яһаны, уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәре яуҙырҙы. Тамашанан һуң, урамға сығып шарҙар осорҙоҡ, һуңынан һәр беребеҙ ата-әсәләр менән бергә үҙ класына ашыҡты.

Беҙҙең 4 “Б” класында уҡытыусыбыҙ Рәмилә Вилдан ҡыҙы бүләк итеп әҙерләгән 1-сенән 4-се класҡа тиклем йыйылған фотоларҙан видеоролик ҡараныҡ. Уҡытыусыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күңелле мәлдәребеҙҙе ҡарап тулҡынландыҡ, күҙҙәрҙән йәштәр тәгәрәне. Уҡытыусыбыҙ көсө менән беҙ бер ғаиләгә әйләндек бит. Бының өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беренсе уҡытыусыбыҙ һәр беребеҙгә йылы ҡарашын төбәп, уңыштар теләне, киләсәктә лә аралашып торорға, ярҙам кәрәк булһа, ҡуш ҡуллап риза булыуын белдерҙе. Беҙ ҙә бөтә күңелен һалып эшләүсе уҡытыусыбыҙ Рәмилә Вилдан ҡыҙына йөҙөнән йылмайыу китмәүен, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ. Яңы “беренсе”ләрегеҙ беҙҙең кеүек тырыш һәм аҡыллы булһын. Барыһы-барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә, беренсе уҡытыусыбыҙ!

Икенсе көндө беҙ класс менән Өфө ҡалаһына экскурсияға юлландыҡ. Бындағы тәьҫораттарҙан беҙҙең күңел тағы ла күтәрелеп, йөҙҙәребеҙҙә сикһеҙ шатлыҡ сатҡылары балҡыны.
Читайте нас: