-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
28 Сентябрь 2018, 13:28

Ҡартлыҡ та шатлыҡ ул

Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһендә 90 йәше тулған ололарҙы ауыл хакимиәте башлығы Нурсилә Хәсәнова, ветерандар советы рәйесе Мәрйәм Кейекбаева, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сәриә Мәхмүтова өйҙәренә барып ҡотлап, бүләктәр тапшырып китеү матур йолаға әйләнде.

Күптән түгел улар Үтәш ауылы Хәтимә Мөхәмәтйәнова инәйҙә булдылар. Ул 6 бала әсәһе, бер үҙе донъя көтә, бабайы күптән гүр эйәһе. Хәтимә инәйҙе улы Наил килеп ҡарап йөрөй.

Уны шулай иҫкә алып, ололоҡлап өйгә килеүҙәре инәйгә ҙур шатлыҡ булды, күҙҙәренә тығылған йәш аралаш: “Мине ҙурлағанығыҙ өсөн Хоҙай үҙегеҙҙе лә ҙурлаһын, иҫән-һау булығыҙ”, - тип оҙатып ҡалды.

Сираттағы юбиляр - Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәүсе ветеран Хатмулла Зиннәт улы Рәхимов. Ул ауылда ғына түгел, ра-йонда, хатта республикала билдәле шәхес.

1980 йылда Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры М.Ғафури паркын булдырыуға ҙур көс һалған кеше. Паркта тәүге ағас үҫентеләрен ултыртыуҙан алып, бик күп йылдар уларҙы тәртиптә тотоп, парктың хужаһы булып эшләне.

Һәр рәттә ағастарҙы кемдәр ултыртҡан, уларҙың исем-шәрифтәрен, ҡайҙан килеүҙәрен, кем булып эшләүҙәре тураһында дәфтәренә теркәп барған.

Яҙыусылар, шағирҙар, артистар, район хужалары, хатта КПСС-тың обком секретары И.Т.Ахунйәновтың да исемле ағасы үҫә паркта.

Хатмулла Зиннәт улы һәр йәй килгән ҡунаҡтарға экскурсия яһап, ағастар ултыртып, улар үҫеп китһен өсөн һыу һибеп, көн дә тәрбиәләп торған. Шуға ла бөгөнгө көндә ағастар күккә олғашып үҫтеләр, юлсыларға сәләм биреп ҡаршы алалар, оҙатып ҡалалар.

Ҡараншишмә йылғаһына хәүеф янамай, уның ҡарауы теште ҡамаштырған, бер нисә урындан сылтырап ағып ятҡан шишмәнән ауыл халҡы һыу эсә, ә юлсылар туҡталып паркта хәл йыйып, һыу эсеп, беседкала тамаҡ ялғап китәләр.

Хатмулла бабай бөгөнгө көндә лә теремек, хәтерле, күҙҙәре яҡшы күрә, баҡсаһында виноград ағастары үҫтерә. Әбейе менән икәүләшеп, бер-береһенә терәк-таяныс булып гөрләтеп йәшәп яталар.

Ҡыҙҙары Вәриҙә (ҡыҙлыҡҡа алғандар) ҡыҙы Светлана менән ял көндәрендә, байрамдарҙа ҡайтып хәл белешеп, ярҙам итеп торалар.

Хушлашыр алдынан мин шиғырҙарымды уҡып ишеттерҙем, бигерәк тә “Ҡартлыҡ” шиғыры күңелдәренә хуш килде.

- Бына шулай, балалар, һеҙгә ҙур рәхмәт, бөгөнгө мул тормошто күреп, шатланып йәшәү – үҙе ҙур бәхет, шиғырҙағыса: ҡартлыҡ та – шатлыҡ ул, - тип оҙатып ҡалды.


Читайте нас: