+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
28 Сентябрь 2018, 13:32

Әүҙем ветерандар - Ҡауарҙыла

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө - Ер йөҙөндәге бөтә оло кешеләрҙе ихтирам итеү, уларҙың үткән һәм хәҙерге хеҙмәттәрен баһалау көнө ул. Әлеге ололарҙың бөтәһе лә төрлө урында эшләп, хеҙмәттә сынығып үҫкән. Тормош юлдарынан фәһем алып, ыңғай яҡтарынан үрнәк алырлыҡ пенсионерҙар етерлек арабыҙҙа. Ҡауарҙы ауылында ла өлгө булырлыҡ оло кешеләр бик күп.

Шундайҙарҙың береһе – Миңлегөл апай Бекембетова. 94 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара, кешеләр менән матур итеп аралаша. Ошо йәшкә тиклем мәсеткә лә йөрөнө. Йәштәштәре кеүек, ғүмере ауыр йылдарға тура килһә лә зарланмай, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итә. 90 йәшен тултырған икенсе ауылдашым – Рәйфә апай Ғәйнетдинова. “Мәшәҡәте күп булһа ла, тик торғо килмәй. Быйыл да күп итеп ҡаҙҙар, тауыҡтар алдым әле,” – ти тынғыһыҙ Рәйфә апай.

92 йәшенә етеп килгән Тәнзилә апай Йәнешеваны “Хәрәкәттә - бәрәкәт” тигән әйтемдең төп геройы, өлгөһө итеп күрһәтергә ныҡлы нигеҙ бар. Яңыраҡ ҡына мине күрмәйерәк үтеп киткәс, артынан ҡыуып етә алмай бер булдым. “Ашығам шул, балалар бәрәңге ҡаҙалар ине, аҙыҡ-түлек алдым”, - тип артабан юлын дауам итте. Мин уның хәрәкәтсәнлегенә һоҡланып ҡарап ҡалдым. Ул улы һәм уның ғаиләһе менән бергә йәшәй. Почтаға, ауыл хакимиәтенә, магазиндарға тик үҙе генә йүгерә тиһәң дә шаштырыу булмаҫ. Ҡайһы саҡта ул ҙур ғаиләне ҡараймы, әллә уны ҡарайҙармы тигән һорау ҙа тыуа.

Ауылыбыҙҙың бынамын тигән итеп донъя көткән, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡурсалап тороусы Зәйтүнә Мырҙагилде ҡыҙы Дәүләтбаева, күршеһе Рәмилә Рафаэль ҡыҙы Ғәлина, Әсмә Әхмәтғәле ҡыҙы Әлмөхәмәтова, Мәреүә апай Мөхәмәтйәнова, мәсет эшен ойоштороусы Гөлсирә пенсия йәшенә етеүенә ҡарамаҫтан, Ҡазанда дини уҡыу йортон тамамлай. 90 йәште уҙған, улдары ғаиләһендә йәшәгән ветерандар Фатанат Латипова, Рауза Юлдашбаева, Мәфтуха Баязитова апайҙарҙың аҡыллы, лайыҡлы тормош алып барыуын өлгө итеп ҡуйырға мөмкин.

Мал-тыуар, ҡош-ҡорт, бал ҡорттары аҫрап, шәхси машиналары ла булған парлы ғаиләләр ҙә күп. Миңнира һәм Миңнулла Хәйретдинов, Фәниә һәм Рәҡит Исхаҡов, Кәрим Ибәтуллин ғаиләһе, Әсмә һәм Әсҡәт Кәримов, Миңнира һәм Жиһанур Хужаев, Миңнира һәм Таһир Баязитов, Миңнира һәм Ғаяз Дәүләтбаев, Венера һәм Миндел Әбелғужин, Рима һәм Ришат Ҡалмырҙин, Минзилә һәм Мәүлембирҙе Нәзиров, Роза һәм Ғәйнулла Нәзиров, Фәүзиә һәм Әхәт Аҡмырҙиндарҙың йорт тирәһе тәртипле, йәшәү рәүеше өлгөлө. Түбәнге остағы Миндел Әбелғужин, Ғаяз Дәүләтбаев, Фәрғәт Васиковтың йорттары ауылға йәм биреп ултыра, тирә-яҡтары сәскә-гөлдәргә күмелгән. Ауыл уртаһында Хужаевтарҙың ике ҡатлы семәрле йортона, дәдәндәренә бер кем дә күҙ һалмай үтмәй. Үрге остағы Әлмира һәм Миңнияр Вәлитовтарҙың шау сәскәле ҙур йорто, эргәһендә теҙелеп киткән төрлө техника, кискә табан көтөүе менән ҡайтҡан малдары - бында уңған, егәрле ғаилә йәшәүен күрһәтә.

Аллаға шөкөр, ауылыбыҙҙа күп кенә пенсионерҙарҙың, бигерәк тә йәшерәктәрҙең йортона газ үткән, төкөтмәләр төҙөлөп, йылы һыу менән тәьмин ителгән, күп йорттарҙа бәҙрәфтәр ҙә бар. Тормош-көнкүреш шарттары ҡаланыҡынан кәм түгел.

Ауыл тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеүҙә әүҙем оло кешеләребеҙ, ветерандар ойошмаһы ағзаларының тырышлығы ҙур. Мәҫәлән, Еҙем-Ҡаран ятаҡ дауаханаһында шарттар насар икәнлеген белеп ҡалғас, беҙҙең ауыл ветерандары район Советы депутаты Ф.Х.Мәжитовҡа, ә ул район

хакимиәте башлығы Р.З.Бохаровҡа мөрәжәғәт итеп, элекке колхоз идараһы бинаһын дауахана итергә хәл иттеләр һәм бағыусылар табып, бынамын тигән дауахана барлыҡҡа килде.

Ололар, инвалидтар өсөн Ҡауарҙынан Еҙем-Ҡаран дауаханаһына барыу бер бәлә ине. Ветерандар автопредприятие етәксеһенә автобус маршрутын үҙгәртеп, Еҙем-Ҡаранға ла кереүен һораны. Шунан бирле Ҡауарҙыға йөрөгән автобус унда кереп пассажирҙарҙы ултыртып йәки ҡалдырып китә.

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын юғары кимәлдә үткәреүҙә лә ветерандар әүҙем булдылар, бигерәк тә Шайморатов һәм Зәки Вәлиди урамдарында йәшәүселәр.

Быйыл Ҡауарҙы урта мәктәбенең 1-се сығарылышының 60 йыллығы матур ғына үтте. Уҡып сыҡҡан мәктәпкә, уҡытыусыларға күп рәхмәттәр әйтелде, бүләктәр бирелде. Мәктәптә халыҡ рәссамы Рәшит Зәйнетдиновҡа һәм ағаһы, яҙыусы Әнүр Вахитовҡа музей асыуҙа ла беҙ, ветерандар, ауыл хакимиәтен, мәктәп етәкселеген был мөһим эштән баш тартмаҫҡа өндәнек. Дөйөм тырышлыҡ менән музей асылды.

Хаҡлы ялдағы әүҙем өлкәндәребеҙ

ауылды төҙөкләндереү өмәләрендә ҡатнаша, зыяраттарҙы тәртиптә тоторға тырыша.

Ҡауарҙы урта мәктәбе нигеҙендә шахмат фестивале 20 йыллап үткәрелә. Тәүҙә ойоштороусылар, ә һуңынан әүҙем ветерандар булараҡ ҡатнаштыҡ, киләсәктә йәштәр дауам итер тип өмөтләнәбеҙ.

Бынан тыш райондың төньяҡ зонаһы ауыл командалары араһында шахмат ярыштары ла 25 йылдан артыҡ үткәрелеп килә. Сәйетбаба, Имәндәш, Ҡауарҙынан ҡатнашыусы ветерандар байтаҡ. Ә быйыл буласаҡ уйындарҙы һәүәҫкәр, әммә юғары квалификацияла уйнаған мәрхүм шахматсылар иҫтәлегенә Хәтер кисәһе итеп үткәрергә ниәтләнәбеҙ. Күрше ауылдарҙан, район үҙәгенән командалар саҡырасаҡбыҙ. Былтыр ветерандар менән күрше Еҙем-Ҡаран һәм Ҡаранйылғалағы музейҙарҙа экскурсияла булдыҡ, бик оҡшаны. Алдағы көндәргә лә пландарыбыҙ бихисап. Күп эштәр Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Мәҫәлән, һуғышта ҡатнашыусыларға арналған стендта һәләк булғандар һәм иҫән ҡайтҡандарҙың исемлектәрен тулыландырырға һәм тыл ветерандарына айырым обелиск эшләргә.

Әлеге көндә әүҙем ветерандар менән ауылдың тарихын тулыландырыу, мәктәптең 100 йылдан ашыу тарихына, Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата ауылыбыҙҙа тыуып үҫкән, төрлө урындарҙа хеҙмәт иткән, өлгө булырлыҡ 100 шәхестең исемлеген төҙөү менән мәшғүлбеҙ. Уларҙың бөтәһен бер китапҡа йыйып баҫтырыу өсөн тырышабыҙ. Был яҙмалар киләсәк быуындар өсөн музейҙа һаҡланһа ла насар булмаҫ ине.

Ниндәй генә эштәр башҡарһаң да әүҙем ярҙамсылар кәрәк. Минең өсөн шундайҙарҙың береһе - хәҙер инде 82-се йәше менән барған Роберт Мәғүб улы Бәширов. Алыштырғыһыҙ фотограф, төрлө идеяларҙы яҡлаусы, йүнәлеш биреүсе кәңәшсе лә ул.

Беҙ, оло кешеләр өсөн матди байлыҡ йәшәүҙең төп маҡсаты түгел. Шуға ла йәштәрҙе рухи байлыҡ туплап, тыныс йәмғиәттә айыҡ аҡыл менән, бер-береңде ихтирам итеп, татыулыҡта йәшәргә өгөтләргә тейешбеҙҙер.

Ололар көнө уңайынан барыһына ла һаулыҡ, оҙон ғүмер, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға көс-дәрт, фекерҙәштәр теләйем.


Читайте нас: