-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
30 Октябрь 2018, 18:21

Аҡ күңелле ағинәй

Ҡарағай ауылында һәр кемгә өлгө булып йәшәүсе Нәүфилә апай Байшөгөрова хаҡында һүҙем. Ауылыбыҙҙың ағинәйе булған аҡ күңелле апай намаҙын да ҡалдырмай, Ҡөрьән дә уҡый. Бар ғүмерен колхоз эшендә үткәреп, хаҡлы ялға туҡтаған. Тормош иптәше Рауил ағай (күптән мәрхүм инде) менән 1 ул, 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Улдары Фаил – ауылда, ҡыҙҙары Миңнисур – Себерҙә, Гөлнур – Стәрлетамаҡта, Флүрә Табын ауылында төпләнеп, матур итеп йәшәйҙәр, хәҙер үҙҙәре олатай-өләсәйҙәр инде.

Яңғыҙы ғына йәшәгән Нәүфилә апай һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлауына ҡарамаҫтан, бирешмәй әле, һарыҡтар аҫрап бынамын тигән итеп донъя көтә. Әленән-әле ҡорбан салдырып, ауылдаштарын һыйлай. Ҡорбан ғәйете байрамында ла Имәндәш ауылы хәҙрәте Салауат Түзбәковтан ҡорбанға һарыҡ салдырып, барса халыҡты мәктәпкә йыйып, Ҡөрьән уҡытып, ҡорбан ашынан ауыҙ иттерҙе. Халыҡ күп кенә йыйылды, һәр береһе хәйер таратты, өҫтәл ризыҡ муллығынан һығылып торҙо. Нәүфилә апайҙың Табын ауылында йәшәүсе ҡыҙы Флүрә лә тәмле-томло ризыҡтар бешеренеп килтергән. Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов, ашнаҡсылар Гөлдәр Кинйәбулатова, Гөлназ Дауытова, Т.Салауатова, мәктәп директоры урынбаҫары Ләйсән Әхтәмова, Айһылыу Амангилдина, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Фәнилә Хәкимова, Ләлә Хәбибуллина ярҙам ҡулы һуҙҙы. Байрамға килеүселәр рәхмәт әйтеп таралышты.


Читайте нас: