+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
6 Ноябрь 2018, 17:52

Ҡалала үҫһәң дә һин...

Ҡалала үҫһәң дә һин, ауыл ҡыҙы кеүекһең, тип бушҡа йырҙа йырланмай. Ысынлап та, ауыл егетенә тормошҡа сығып, ауыл тормошона өйрәнеп китеүе үҙе ни тора! Ауылда икмәген дә һалаһың, һыйыр ҙа һауаһың, ҡаймаҡ-ҡоротон да эшләйһең, ҡош-ҡорт, мал-тыуар һәм башҡа тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй эштәр.

Ҡарағай ауылында ғүмер итеүсе Ләйсән Нурулла ҡыҙы Әхтәмова тураһында һөйләмәксемен. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡыҙы, ошонда тыуып-үҫеп буй еткергәс, юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, уҡытыусы һөнәренә эйә була. Ҡарағай ауылы егете Әхмәр Әхтәмовҡа тормошҡа сығып, ошонда төпләнергә ҡарар итәләр, 2 ул үҫтерәләр. Улдарының өлкәне Артур Өфө ҡалаһында уҡып йөрөй, кесеһе Айҙар 6-сы класта белем ала, “4”, “5” билдәләренә генә өлгәшә.

Ләйсән Нурулла ҡыҙы башта Ҡарағай мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Тырыш уҡытыусыны хеҙмәттәштәре тиҙ үк күреп ҡалып, директор урынбаҫары итеп тәғәйенләүгә өлгәштеләр. Хәҙер нисәмә йыл инде был йөктө арымай-талмай тарта.

Эштә лә һынатмай, өйҙә лә өлгөрә. Балаларына ҡәҙерле инәй булһа, тормош иптәшенә һөйкөмлө ҡатын ул. Баҡсала күҙҙең яуын алырлыҡ гөл-сәскәләр үҫә, емеш-йәшелсәһе ишелеп уңа, ихата тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Өҫтәүенә, бешеренергә лә бик оҫта хужабикә. Ирен һәм балаларын тәмле ризыҡтары менән һыйлай. Ирле-ҡатынлы икеһе лә егәрлеләр. Ғаилә башлығы Әхмәр ауылда ветеринар табип булып эшләй. Бына шулай, мул тормошта, бәхетле ғүмер кисерә Әхтәмовтар.


Читайте нас: