-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
6 Ноябрь 2018, 17:40

Гәзитебеҙ балҡып торһон

Төндәр оҙайып, көндәр ҡыҫҡарып, әсе елдәре, ҡырауҙары менән ерҙе туңдырып үҙәк өшөткөс һалҡын көҙ айҙары тышта урала. Һәр кем тыштағы эшен теүәлләп, ҡышҡылыҡҡа кәрәк-яраҡты хәстәрләп тә ҡуйғандыр, моғайын. Беҙгә килгән хаттарҙың кәмей төшөүенән дә гәзит уҡыусыларыбыҙҙың был айҙарҙа бушамауы һиҙелә. Мәшәҡәтле саҡтар артҡа ҡалып, йылы өйҙә хистәргә бирелеп, күңелендәге яҙыр, әйтер һүҙҙәрен ҡағыҙға төшөрөргә хәҙер ваҡыт табырҙар тип уйлайбыҙ.

Октябрь айында гәзит уҡыусыларыбыҙҙан 81 хат алдыҡ, архивҡа һалынғандары ла бар. Хаттарҙың күпселеге дәүләт ойошмаларынан, хакимиәттәрҙән булды. Был айҙа әүҙем яҙышҡан Рәйлә Сабитова, Зәйтүнә Зәйнешева, Фәрғәт Ғәлин, Тәғзимә Салауатова, Вәсимә Мөхәрмәтова, Рәүилә Килмөхәмәтованы маҡтап үтергә була. “Мағаш тауышы”, “Мөғәллим”, “Аҡһаҡал” махсус биттәре лә ошо арала донъя күрҙе.

“Ғаилә йылы”нда гәзиттә күрһәтеп ҡалырға теләгән яҡындарығыҙ, күршеләрегеҙ, ауылдаштарығыҙ тураһында уйлап йөрөһәгеҙ, ваҡыт көтмәй, тиҙерәк яҙып ебәрегеҙ. Башҡа көнүҙәк темаларҙы ла яҡтырта алаһығыҙ. Кемдәрҙең мөмкинселеге бар, электрон почта аша ла ебәрә ала. Фотоларҙың сифатлыһын ҡарап ебәрергә тырышһағыҙ ине. Гәзитебеҙ һеҙҙең ярҙам менән яҡшы кешеләр, матур урындарҙы күрһәтеп, балҡып торһон.


Читайте нас: