+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
6 Ноябрь 2018, 17:43

Изгелек юлында

29 октябрҙә район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина, “Газпром Уренгой Бурение” йәмғиәтенең әйҙәүсе инженеры Фирғәт Зәйнуллин (бағыусы) район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән Табын ауылындағы балалар приютында булды.

Китапханасылар В.Әбделмәнова, Д.Әхмәдова балалар менән “Изгелек юлы” тип аталған уйын программаһы уҙғарҙы. Бында тәрбиәләнеүселәр төрлө уйындар уйнап кинәнде, йомаҡтарға яуаптар тапты, мәҡәл-әйтемдәр әйтте, шиғырҙар уҡыны. Балалар янына ҡунаҡҡа Мәскәй әбей ҙә (китапханасы З.Үтәғолова) килеп етте, уның менән әкиәт иленә сәйәхәт ҡылдылар, төрлө матур, изге, рәхмәт һүҙҙәрен иҫтәренә төшөрҙөләр. Һәм ошо изге һүҙҙәр ҡояш нурҙарына әүерелде. Бағыусылар балалар күңеленә ҡояштай йылылыҡ биреп, уларға файҙалы бүләктәр, тәмлекәстәр таратты. Бала өсөн ошонан да ҙур шатлыҡ бармы икән? Шулай уҡ приютҡа ла улар тарафынан бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтелде. Балалар һәм хеҙмәткәрҙәр был изгелек өсөн рәхмәтле ҡалды һәм иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар теләне.


Читайте нас: