-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
6 Ноябрь 2018, 18:08

Әсәйебеҙ – беҙҙең ҡояшыбыҙ

Әсә кеше үҙе тотош бер донъя ул, тигән күренекле яҙыусы Мостай Кәрим. Ошо һүҙҙәрҙең асылына төшөнөп йәшәүсе беҙҙең ғаилә ҡояшы булған оло йөрәкле әсәйебеҙ Гөлфиә Мәхәрләм ҡыҙы Ноғайғолова тураһында һүҙебеҙ.

Ул 1958 йылдың

5 ноябрендә Яңы Ҡауарҙы ауылында икенсе бала булып донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй ҡалаһына һөнәрселек училищеһына уҡырға килә. Уҡыуын тамамлағас, Ҡарағай урта мәктәбендә лаборант булып эшләй, хеҙмәт дәрестәрен алып бара. Һуңынан хаҡлы ялға тиклем ашнаҡсы булып эшләй.

Мәктәптә эш башлаған йылдарында атайыбыҙ Хисмәт Әхмәҙулла улы Ноғайғолов менән матур ғаилә ҡороп, беҙгә, өс балаға ғүмер бирәләр. Яратып, һөйөп үҫтереп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ бер-береһен хөрмәт итеп 32 йыл бергә ғүмер итте. Ҡыҙғанысҡа ҡашы 5 йыл элек атайыбыҙ яҡты донъяларҙан китеп барҙы, урыны ожмахта ғына булһын.

Беҙҙең әсәйебеҙҙең күңел йылыһы барыһына ла етә. Бер ҡасан да күңелендә кешегә асыу йөрөтмәҫ, һәр ваҡыт асыҡ күңелле, ярҙамға әҙер, тәүәккәл, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫ. Ул сәскәләр үҫтерергә ярата, күп мал-тыуар аҫрай, умарта тота, ҡупшы кейенеп йөрөй. Ҡәҙерлебеҙҙең етеҙ, уңған, ихтирамлы булыуына һоҡланабыҙ, уның менән ғорурланабыҙ. Уға тәбиғәт барыһын да биргән. Айырыуса күңел матурлығы, аҡыл зирәклеге, һәр кешегә булған ихласлығы йәшәүебеҙгә көс, дәрт өҫтәй һәм артабан да шулай дауам итһен ине.

Әсәйебеҙ, күҙ нурыбыҙ! Һин ошо көндәрҙә ғүмер байрамыңды билдәләйһең. Һиңә 60 йәш! Әммә һин беҙҙең өсөн һаман йәп-йәш. Донъяла иң гүзәл, иң изге, иң ҡәҙерле кеше. Беҙ, балаларың, һине юбилейың менән ҡотлайбыҙ. Беҙ ҡайтҡанда шатланып ҡаршы алыуың – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Ҡәҙерләп үҫтергәнең, биргән фатихаларың, кәңәштәрең, күңел йылың, балаларым, тип өҙөлөп йәшәгәнең өсөн һиңә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙгә күрһәткән изгелектәреңде һанап бөтөрөрлөк түгел. Изгелектәрең үҙеңә мең рәхмәт булып ҡайтһын, сәләмәтлегең ныҡлы, ғүмерең бәхетле, шатлыҡ-ҡыуаныстарың мул, күңелең тыныс булһын. Оҙаҡ йәшә, иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе һине бер ҡасан да ташламаһын. Беҙ һине яратабыҙ!

Күңелдәрең һинең гөлдәр кеүек,

Йөрәгеңә күпме наҙ һыйған.

Һин йылмайһаң, әсәй, әйтерһең дә,

Яҡтырып та китә бар йыһан.

Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә

Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.

Бәхет, шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек

Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.


Читайте нас: