+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
30 Ноябрь 2018, 12:30

Сағыу талантлы ҙур шәхес булды

Бурлы ауыл мәҙәниәт йортонда уның беренсе директоры, талантлы режиссер, сәхнә оҫтаһы, рәссам Аскар Исмәғил улы Ғөзәйеровтың Хәтер кисәһе булып үтте. Ауыл тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған шәхесте иҫкә алырға халыҡ дәррәү йыйылды.

“Беҙ – 28-селәр. 1928 йылғы 28 малай инек ауылда. Кисә генә тәгәрәп уйнап йөрөгән малайҙар, һуғыш башланыу менән ауылдың терәгенә әйләндек. Хәҙер инде бөтә колхоз эше беҙҙең иңдәргә төштө. Иртән – уҡырға, төштән һуң – колхоз эшенә. 1943 йылда 15 йәшлек малайҙы бригадир итеп ҡуйҙылар. Ҡаршы килеп булмай, һуғыш заманы бит. Эшләмәгән бер эш тә ҡалманы. Ә шулай ҙа күңел йәш, дәртле саҡ, клуб сәхнәләрен дер һелкетә инек”, - тип яҙа ул үҙенең иҫтәлектәрендә.

Аскар ағайҙың бөтә хеҙмәт юлы, аңлы ғүмере ауылдың мәҙәни тормошо менән бәйле. Ул мәҙәниәт усағын дөрләтеүсе лә, яңы һәләттәр асыусы ла, мәҙәни саралар аша ауылдаштарының рухын күтәреүсе, яңы ҡаҙаныштарға, уңыштарға дәртләндереүсе лә булды. Мәҙәниәт йорто директоры, китапханасы, режиссер, рәссам – барыһына ла өлгөрә ул. Ауыл һәүәҫкәрҙәре менән ниндәй генә спектаклдәр ҡуймайҙар. Район, республика күләмендә танылыу яулап, лауреат, дипломант булып ҡайталар.

- Ул спектаклдәрҙә ауылдың барлыҡ йәштәре ҡатнаша, улар менән районды йылына икешәр мәртәбә урап сыға инек. Шул сығыштарҙан йыйылған аҡсаға Аскар ағай районда тәүгеләрҙән булып сәхнә костюмдары тектерҙе, - тип иҫкә алды Ринат ағай Хисмәтуллин.

Аскар ағай менән бер осорҙа ауыл Советы рәйесе булып эшләгән Камил Яҡупов уның бик кешелекле, шул уҡ ваҡытта ныҡ талапсан булыуын әйтеп үтте. Уңғандар, етешһеҙлектәр тураһында аҙна һайын “Молния” сығара инек, һүрәттәрен дә, шиғырҙарын да үҙе яҙа ине.

Район мәҙәниәт йорто режиссеры Зәйтүнә Зәйнешева ла Аскар ағайҙы бик йылы итеп иҫкә алды: “Ул беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте, уның талантына һоҡланмаған кеше булманы. Бурлы халыҡ театрына Аскар Ғөзәйеров исемен биреү бик дөрөҫ ҡарар булды, халыҡ үҙ шәхестәрен онотмаҫҡа тейеш”, - тине.

Сәхнәгә бер-бер артлы Аскар ағайҙың балалары, яҡындары күтәрелде. Аскар ағай менән Фәймә апай 3 ҡыҙ, 1 ул үҫтерәләр. Өс ҡыҙы ла уҡытыусы һөнәрен һайлауы күп нәмә хаҡында һөйләй. “Атай беҙҙе китап яратырға өйрәтте. Ауыл ерендә эш бик күп булһа ла, ул беҙгә ҡыҙыҡлы китаптар уҡырға ваҡыт таба ине”, - тип иҫкә алды улар.

Хәтер кисәһе иҫтәлектәр, хәтирәләр, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Аскар ағайҙың ейән-ейәнсәрҙәре, ауыл һәүәҫкәрҙәре, “Әхирәттәр” ансамбле, мәктәп уҡыусылары кисәне үҙ сығыштары менән биҙәне. А.Ғөзәйеров ҡуйған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде.

Сараға килеүселәр фойела Аскар ағайҙың тормош юлын сағылдырған бай, матур фотокүргәҙмә менән танышты.
Читайте нас: