+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
30 Ноябрь 2018, 12:33

Йәшендәй йәшнәп үтте ғүмере

Әтием 1928 йылда Бурлы ауылында бәләкәй генә йортта ярлы ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Улар 5 бала үҫәләр. Әти бәләкәйҙән етем ҡала, әтие ҡыҙыл партизан – Граждандар һуғышы геройы. Уҡығанда уҡ йор һүҙле, шуҡ, белемгә ынтылыусы бала була. Гармунда уйнай, матур итеп шиғырҙар һөйләй, моңло итеп йырлай. Һуғыш башланғас, бригадир итеп тәғәйенләнә. Ҡара таңдан эшкә әйтеү, эш ойоштороу, эштән һуң стаканлап он бүлеү. “Үҙемә күп ваҡыт ҡалмай ҙа ине”, тип күҙ йәштәрен йәшермәйенсә йыш иҫкә ала ине әти. Унан һуң фронтҡа хаттар яҙыу, уларҙы шиғырҙар, рәсемдәр менән биҙәү, бүләктәр әҙерләү.

Һуғыш бөткәс, 1946 йылда Өфөлә театр студияһы асыла. Бөтә ауыл менән кейендереп уҡырға оҙаталар уны. Вагон баштарында йөрөһә лә, ҡайтып йөрөй. Тырышып уҡый. Ҡуйған маҡсатына ирешә һәм Ауырғазы совхоз драма театрына эшкә ебәрелә. Артист тормошо 2 йылға һуҙыла. Хәҙерге Салауат театрының күренекле артистары менән эшләй ул. Әнием менән 1948 йылдың сентябрь айын-да бик яратышып өйләнешәләр. Иҫән булһалар, быйыл бергә йәшәүҙәренә 70 йыл булыр ине. Әтиҙең әнигә бағышлап яҙған наҙ тулы шиғырҙары бик күп. 1950-1954 йылдарҙа әрме сафында Алыҫ Көнсығышта - Камчаткала хеҙмәт итә. Унда ла ауыр моряк хеҙмәте менән рәттән артислығын ташламай, рус телендә спектаклдәр ҡуя. Әрме сафынан һуң кире театрға бармай. Миңә инде 4 йәш тулған була. Красноусолға барып шоферҙар уҡытырға урынлаша. Әтием өйҙә кейемдәр тегә. Беҙҙә гел ҡунаҡхана кеүек була торғайны. Бурлынан кем килә - барыһы ла беҙҙә. Киң күңелле кешеләр булды әти менән әни. Энем Рафаэль тыуҙы, йәшәүе ҡыйынлашты. Кире ауылға ҡайттыҡ. Ҡартатайым ярҙамы менән йорт һалып индек, әни ҙә эшкә сыҡты. Кем генә булып эшләмәне ул. Беҙҙе үҙе тегеп кейендерҙе, теккән аҡсаларына беҙҙе ҡараны. Әтиҙе клуб мөдире итеп ҡуйҙылар. Бар күңелен һалып эшкә сумды. Ул яҡшы рәссам, клубты биҙәне, ныҡлы тәртип булдырҙы. Клубҡа йән керҙе: йыл буйы бер нисә спектакль, концерттар, ауылдар буйлап йөрөү. Уның араһында халыҡ контролендә, партия комитетында өҫтәмә эштәр. Урындағы радиола иртәнге, кис-ке тапшырыуҙар, мәктәп менән тығыҙ элемтә - барыһы ла көс һәм ваҡыт талап итте. Әниҙең ярҙамын һөйләп бөтөрөрлөк түгел: спектаклдәргә костюмдар текте, декорациялар, реквизиттар өсөн әйберҙәр әҙерләне. Уның араһында әти – запастағы офицер 3-4 айға яңынан әрме сафына алына, әни бер үҙе донъя көтә.

Ғаилә ҙурая торҙо: тағы 2 ул, 1 ҡыҙ алып ҡайттылар. Шулай күп балалы ҙур ғаилә барлыҡҡа килде. Тик барыбер беҙҙән кеше өҙөлмәне. Барлыҡ артистар беҙҙә булды. Һәр спектаклгә күмәкләп ҡыҙыу анализ яһай инек. Миңә лә шул йылдарҙа уҡ "театр ене" ҡағылды. Мәктәптә эшләгән йылдарҙа түңәрәк ойоштороп, күп спектаклдәр ҡуйҙым һәм төп ролдәрҙе башҡарҙым.

Шулай әти 1956 йылдан 2007 йылға тиклем - илле йылдан артыҡ ғүмерен Бурлы ауылы халҡына бағышланы. Ҡулынан килмәгән эше юҡ ине уның. Әкиәт йорто кеүек йорт төҙөп керҙеләр. Күрше ауылдарҙа клубтарҙы биҙәргә, ҡарарға ярҙам итте. Бик матур труппа төҙөнө. Рәис ағай Хисмәтуллин, Рифҡәт ағай Яҡупов, Рифҡәт ағай Сафин, Ғаяз Яҡупов, Флүр Әхтәмов, алыштырғыһыҙ Ғәбделхай ағай Исламғолов, Әхмәт ағай Ситдиҡов, Фәрбиҙә Әминева апайҙар әтиҙең иң яҡын дуҫтары һәм терәге булдылар. Уларһыҙ әти бындай уңыштарға ирешә лә алмаҫ ине, моғайын.

Әти булған белеме менән генә туҡтаманы: Мәскәүгә халыҡ ижады үҙәгендәге “Халыҡ ижады университеты”на уҡырға керҙе. Ситтән тороп уҡып, уны уңышлы тамамланы.

Сәнғәткә булған мөхәббәтте ул беҙгә генә түгел, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә лә биреп ҡалдырған. Минең улым Илгизәр – һәйбәт рәссам, Русланым шиғырҙар яҙа (ҡартатаһына бағышлап яҙған йырын гитарала уйнап башҡарҙы), баянда, гитарала уйнай. Бүләре Марсель сәхнәгә ғашиҡ кеше, бүләсәре Алина Сәйғафарова үҙе оҫта йырлай, оҫта рәсем яһай, бүләсәре Айгөл Ғөзәйерова – яҡшы художник, ундай таланттар башҡаларға ла бирелгән.

Әти менән әни бик мөхәббәтле кешеләр ине. Улар бер-береһен яратып күҙ яҙҙырмай йәшәне. Өйҙә ир-ат эше, ҡатын-ҡыҙ эше тип бүлешеү булманы. Әтием менән әнием бер айҙа (аралары 15 кенә көн) беҙҙең аранан китеп барҙы. Бына шулай йәшнәп үтте әтиҙең ғүмере.
Читайте нас: