+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
15 Февраль 2019, 12:58

Минең ҡәҙерлеләрем

Тыуған йорт, атай-әсәй... Һәр кем өсөн дә бик ҡәҙерле, изге төшөнсәләр. Бәләкәстән уйнап үҫкән йортон, үҙен ҡәҙерләп, иркәләп үҫтергән атай-әсәһен һәр кем һағына. Минең дә, Аллаға шөкөр, һағынып ҡайтыр тыуған йортом, һөйөнөп-шатланып ҡаршылаған атай-әсәйем бар. Һүҙем иң ғәзиз, ҡәҙерле кешеләрем Минзилә Шәкирйән ҡыҙы менән Фәрғәт Тәлғәт улы Ғәлиндар хаҡында.

Йәмле Үзбәк ауылында тыуып, ошо бәрәкәтле ерҙең һауаһын һулап, шишмәһенең һыуын эсеп, сиҙәмендә йүгереп үҫкән атай-әсәйем 1976 йылда өйләнешә. Тәүге ҡыҙҙары тыуғас, әсәйемә өйҙә оҙаҡ ултырырға тура килмәй (ул ваҡытта декрет отпускылары булмай). Бәләкәсен Ғәшиә өләсәйемә ҡалдырып эшкә сыға. Иртәле- кисле фермала һыйыр һауһа, көндөҙ баҫыуҙа сөгөлдөр үҫтерә. Атайымдың эше лә таңдан алып төнгә тиклем һуҙыла. Ул - "Ағиҙел" колхозының алдынғы, тәжрибәле механизаторы.

Беҙ ғаиләлә дүрт ҡыҙ, ике малай үҫтек. 1995 йылда уртансы апайым 11-се класты, ә мин 9-ҙы тамамлап, Салауат педагогия колледжында 2-се курста белем алған оло апайым янына уҡырға кереп бер йылда өйҙән өс бала сығып киттек. Аҙна һайын ҡайтабыҙ. Бала саҡта аҡса юҡлығын аңлайһыңмы ни инде... Эш хаҡына атай-әсәйемә йә тоҡлап шәкәр, йә иген яҙалар. Уны һатып беҙгә юллыҡ аҡса бирәләр. Шундай ауыр ваҡыттарҙа ла уларҙың түҙемлектәре бөтөп, "уф" тигәндәрен, зарланыуҙарын бер ҡасан да ишетмәнек. Беҙгә белем биреп, уҡытып, кеше итеүҙәре, беҙгә эшләгән изгелектәре, йоҡоһоҙ төндәре өсөн атай-әсәйем алдында мәңге бурыслыбыҙ.

Әлеге көндә икеһе лә хаҡлы ялда. Шулай булыуға ҡарамаҫтан тик ултырғандары юҡ. Атайым - ауыл старостаһы. Ауылдаштарын борсоған проблемалар менән янып- көйөп йәшәй. Ауыл зыяратында, парктарҙа өмәләр үткәреү кеүек эштәрҙе ауылдаштары менән бергә атҡарып сығалар. Ә әсәйем ҡул эштәренә ифрат әүәҫ. Һәр беребеҙгә башҡорт милли күлдәктәрен үҙе тегеп кейҙерҙе. Тәмле бауырһаҡ, бөйөрөктәре менән беҙҙе йыш ҡына һыйлай ул. Ауылда ойошторолған "Ағинәйҙәр" ойошмаһын етәкләй. Ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән байрам концерттарында әүҙем ҡатнаша. Бына шулай тынғы белмәй янып -көйөп йәшәй минең атайым һәм әсәйем.

Улар хәҙер 24 ейән-ейәнсәренә яратҡан, хәстәрлекле олатай-өләсәй ҙә.
Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, иңгә-иң терәшеп, беҙҙе ҡыуандырып оҙаҡ
йылдар йәшәүегеҙҙе теләйем. Барыһы өсөн дә мең рәхмәт һеҙгә, минең
ҡәҙерлеләрем.
Читайте нас: