+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
4 Март 2019, 16:56

Ауылымдың аҫыл ғаиләһе

Бер көндө Толпар ауылы китапханаһына мөләйем йылмайып Зәкирә апай Шәйәхмәтова килеп инде. Китаптар, гәзит-журналдар тураһында һүҙ алып барған арала мин уларҙың Уразбай еҙнә менән бергә тормош көтөүҙәренә 50 йыл тулыуын белдем.

-Еҙнә менән нисек таныштығыҙ? – тигән һорауға ул йылмайып, “Ниндәй танышыу булһын, ти, димләп бирҙеләр”, - тине.

Зәкирә апай Гөлйемеш һәм һуғыш ветераны Шаһирахман Сөләймәновтарҙың дүрт балалы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Сәйетбаба ауылында ун класты тамамлағас, 1969 йылда ике йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Уразбай Шәйәхмәтов менән тормош ҡороп ебәрәләр.

Уразбай еҙнәбеҙ Сәғиҙә һәм Хәйрулла Шәйәхмәтовтарҙың туғыҙ балалы ишле ғаиләһендә дүртенсе бала. Ул хөкүмәттең төрлө эш тармаҡтарында 40 йылдан ашыу эшләп, әлеге көндә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ә Зәкирә апайыбыҙҙың хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. Толпар фельдшерлыҡ пунктында 33 йыл йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Бик күп йылдар шәкәр ауырыуынан яфаланған ҡәйнәһен дә ҡараны.

Зәкирә апайым менән Уразбай еҙнәм биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе, тик ғаиләгә ауыр ҡайғылар килтереп, 1988 йылдың яҙында Альберт улдары ҡаянан осоп һәләк булды. Иң оло улдары Ирек, тейешле медицина ярҙамы булмау сәбәпле (элек инәкә әбей генә булған ауылда), тыуған саҡта йәрәхәт алып, ғүмерлек ғәрип булып ҡала. Хәҙер Ирек туғаныма ла 48 йәш инде. Үҙе шундай егәрле, өй тирәһендә ҙур ярҙамсы, балыҡ тоторға ярата. Зәкирә апай уны матур итеп тәрбиәләй. Ике улдары Марс менән Данил әлеге мәлдә Толпар ауылында төпләнеп, ғаилә ҡороп, өй һалып, балалар үҫтереп донъя көтәләр. Ҡыҙҙары Альбина тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп Красноусолда йәшәйҙәр.

Шәйәхмәтовтар ауылда өлгөлө, хөрмәткә лайыҡ ғаилә. Ҡасан барһаң да өйҙәрендә, урам тирәһендә һәр ваҡыт таҙалыҡ, тәртип. Нисек бөтәһенә лә өлгөрәләр, тип ғәжәпләнеп тә ҡуям. Зәкирә апай ҡул эшенә лә оҫта. Өйөндә үҙ ҡулы менән сигелгән мендәр тыштары күҙҙең яуын алып тора. Ауылда иң оҫта ҡоймаҡ ҡойоусы исемен дә йөрөтә ул. Уларҙың өйөнән Ансар, Алмаз, Илназ ейәндәре һәм Айгүзәл, Лиана ейәнсәрҙәре өҙөлмәй. Мин уларҙың тормош нигеҙе ышаныста, ихтирамда, мөхәббәттә ҡоролғандыр тип уйлайым. Уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре шатлығын күреп, бәрәкәтле оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләйем.
Читайте нас: