+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
2 Апрель 2019, 18:57

Беҙҙең ҡыҙҙар бигерәк уңған

Үтәк - таралып ултырған ҙур ғына ауыл. Шул ауыл халҡын хеҙмәтләндереүсе бер нисә уңған ҡатын-ҡыҙыбыҙ бар.

Зөлфиә Миңнулла ҡыҙы Солтанова урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә. Унда 2 йыл уҡығас, 1991 йылда Красноусол үҙәк дауаханаһына шәфҡәт туташы булып эшкә килә. Бер аҙҙан Үтәк ауылында буласаҡ тормош иптәшен осратып, кейәүгә сыға һәм ауылға эшкә ҡайта. Ул тәүге йылдарҙа шәфҡәт туташы булды, ә һунынан Өфөгә барып фельд-шер һөнәрен үҙләштереп ҡайтты һәм ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып эш башланы. Эшләү осоронда Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Иптәше Зәки менән 1 ҡыҙ үҫтерәләр. Әсәнән күргән тун бескән тигәндәй, ҡыҙы ла әсәһе һөнәрен һайлай.

Беҙҙең икенсе уңған ҡыҙыбыҙ - Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Камалова. Ул Салауат медицина училищеһында һөнәр алғас, тыуған ауылына ҡайтып шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Өфөлә 10 айлыҡ курста булып, фельд-шер танытмаһы алып ҡайта. Тормош иптәше Рифат менән 3 ҡыҙ үҫтереп, уҡытып, кейәүгә биреп, ата-әсә бурысын үтәнеләр. Айгөл әлеге көндә ауылыбыҙҙа акушерка булып эшләп йөрөй. Тормош иптәшемә инсульт булғас, көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, килеп дауалап йөрөнөләр. Тағы ла бер аҡ халатлы изге күңелле ҡатын-ҡыҙ - үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы Раушания Әлфәрит ҡыҙы Кәримоваға ла рәхмәтемде еткергем килә.

Ошондай уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың халыҡҡа арымай-талмай хеҙмәт итеүҙәренә рәхмәтлебеҙ.


Читайте нас: