+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
5 Апрель 2019, 18:11

Изге күңелле инәйем

Ошо йәмле яҙ айында Юлыҡ ауылында йәшәүсе инәйем Миңнисара Мөхәмәтзәкир ҡыҙы Шафиҡова үҙенең 90-сы яҙын ҡаршылай. Инәйебеҙ ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеһе.

Ул 1929 йылда урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Илдә репрессия башланғас, уның еле был ғаиләне лә урап уҙмай. Барлыҡ мал-тыуарын, мөлкәтен, йортон тартып алып, атаһын халыҡ

дошманы яһайҙар. Әминә өләсәйем 5 бала менән яңғыҙы урамда – ҡабыҡ аласыҡта тороп ҡала. Балаларын ас-яланғас итмәҫ өсөн ул көнө-төнө эшләй. Көндөҙ колхоз яланында тир түкһә, төнөн балаҫ һуға, кешеләргә кейем тегә. Осто-осҡа ялғап бәләкәй генә өй төҙөп, шунда күсәләр.

Инәйемдең бала сағы һуғыш алды һәм һуғыш осороноң иң ауыр мәленә тура килә. Һуғыш башланғанда 12 йәше яңы тулған ҡыҙсыҡҡа ниндәй генә ауырлыҡтар, михнәттәр күрергә тура килмәй. Өлкәндәр менән бер рәттән колхоз эшенә егелә: утауын да утай, әсәһе менән бергә фронтҡа бәрәңге лә киптерә, бирсәткә-бейәләй ҙә бәйләй, Йәнүр ағаһы менән икәүләшеп ҡар кисеп урмандан йүкә ташып, бакауышын да ишә,Үзбәйҙәктә, Биштарҙа урман да ҡырҡырға тура килә уға.

Бына, ниһайәт, көткән Бөйөк Еңеү килә илебеҙгә. Ауыр булһа ла тыныс тормош башлана. 1951 йылда күкрәк тулы орден-миҙалдар менән һуғыштан ҡайтҡан атайым Хәйрулла Нәбиулла улы Шафиҡов менән донъя ҡороп ебәрәләр. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәнеләр улар. Бер-бер артлы 13 балаға ғүмер биреп, уларҙы матур итеп тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле иттеләр. Әлеге көндә 13 балаһының 29 ейән-ейәнсәре, 18 бүлә-бүләсәре, 1 тыуасаһы бар. Беҙҙе улар эшһөйәр, ихтирамлы, бер-беребеҙгә иғтибарлы итеп үҫтерҙеләр. Инәйем менән атайым икеһе лә ғүмер буйы колхозда эшләп хаҡлы ялға сығып, 43 йыл бергә йәшәнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш яралары уны беҙҙең аранан иртә алып китте. Инәйем бына инде 26 йыл уның рухына бағышлап Ҡөрьән аяттары уҡыта.

Пенсияға сыҡҡас та инәйем тик тормай, 10 йыл буйы яҙҙан көҙгәсә ауыл халҡынан һөт йыя. Һөт йыйған ваҡытта колхоз ашханаһы өсөн икмәген дә һалды ул. Көнөнә 4-5-шәр мейес икмәк һалған саҡтары булды.

Инәйемдең “Герой әсә” ордены бар, ул быға һәр яҡлап та лайыҡлы. Балалары төрлөһө-төрлө яҡта матур донъя көтәләр, ҡайһылары хаҡлы ялдалар инде, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләйҙәр. Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа иҫән-именбеҙ, әленән-әле инәйебеҙҙең хәлен белешеп ҡайтып торабыҙ. “Балаларым, ейәндәрем, бүләләрем иҫән-һау булһын, донъя шул тик-лем матур, шуның ҡәҙерен белегеҙ. Ошо һаулығымдан Хоҙай ташламаһын ине”, - тип теләй инәйем.

Көслө рухлы, оло йөрәкле, йомарт, изге күңелле, лайыҡлы тормош юлы үткән инәйебеҙ-ҙең артабан да һаулыҡ-сәләмәтлектә, беҙҙең ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүен теләйбеҙ.


Читайте нас: