+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
5 Апрель 2019, 18:06

Урамыбыҙ берҙәм йәшәй

Яңғыҙҡайын ауылының Әхмәтйәнов урамында йәшәүселәр берҙәмлектәре, татыу, дуҫ булыуҙары менән айырылып тора.

Ошонда йәшәүсе йәштәр Юлиә менән Римат Ниғмәтуллиндар яңы йорттарын төҙөп бөтөп, былтыр көҙ кергәйнеләр. 3 һәм 6 йәшлек ҡыҙҙары Сабина менән Самираны үҫтерәләр. Ике яҡлап та әти-әниҙәре, туғандары һәм үҙҙәренең тырышлығы менән өйҙө тиҙ арала һалып керергә насип булды. Яңыраҡ өй туйлап, йәғни мулла саҡырып, Ҡөрьән уҡытып, аҙан әйттерҙеләр. Ҡөрьәнде Ишбулды хәҙрәт уҡыны. Киң күңелле, ҡунаҡсыл хужалар үҙҙәренең шатлығын уртаҡлашырға урамыбыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһын да, биш тиҫтәләп кешене (45-е килде) саҡырҙы. Беҙ, йәғни мин (мәҡәлә авторы) оҙаҡ уйлап торманыҡ, ҡунаҡҡа киләсәк һәр ғаиләнән аҡса йыйып, күрше Фәнүзә һәм Зиннурҙың “Газель” автомашинаһы менән Стәрлетамаҡҡа юлландыҡ. Һәм Ниғмәтуллиндарға “Позис” һыуытҡысы алып ҡайтып бүләк иттек.

Бындай изге ғәмәл беҙҙең урамда матур йолаға әйләнеп бара. 2013 йылда Флүзә менән Рәмил Шәриповтар яңы өйҙәренә Ҡөрьән уҡытҡайнылар. Уларға ла әлегеләй аҡса йыйып, бүләккә ҡаланан саң һурҙырғыс менән телевизор алып ҡайтып биргәйнек. 2011 йылда ауылда мәсет асылды. Бында ла урамыбыҙ ситтә ҡалманы, йыйылған аҡсаға иман йортона балаҫ һәм саң һурҙырғыс һатып алып бүләк иттек.

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тип боронғолар юҡҡа әйтмәгән. Рәхмәттәрҙе бик күп ишетәм. Мин Яңғыҙҡайынға 1967 йылда, 21 генә йәшемдә килен булып төштөм һәм ошонда таш кеүек баттым, 72 йәштәмен. Иптәшем дә, үҙем дә ғүмеребеҙ буйы шофер булып эшләнек. Беҙҙең ғаиләне профессиональ шоферҙар ғаиләһе тип йөрөтәләр. Балалар үҫтерҙек, ҡайтып хәл белешеп торалар. Яңғыҙҡайын кешеләренә, бигерәк тә тау аҫтында йәшәүселәргә рәхмәтлемен, бик тә дуҫ-татыу халыҡ йәшәй бында.

Сәлимә ИШМӨХӘМӘТОВА,

Әхмәтйәнов урамында йәшәүсе.

Яңғыҙҡайын ауылы.
Читайте нас: