-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
12 Апрель 2019, 18:59

Берҙәмлеккә ни етә2

Яҙ етеп тирә-яҡ ҡарҙан әрселеү менән Имәндәш ауыл биләмәһе халҡы төҙөкләндереү эштәренә дәррәү тотондо. Ошо көндәрҙә Иҫке Та-йыш ауылында ҡаяны соҡоп юлды киңәйтеү эштәре барҙы.

Үҙ техникаһы менән Радик Сөләймәнов, Фаил Сәйфуллин, Фәнүр Собханғолов һәм Иҫке Тайыш ауылы старостаһы Ғәйәр Яҡупов ойоштороуында ауылдың 35 кешеһе тырышып эшләне. Ярҙамға Таш-Аҫты ауылы депутаты Айрат Айбатов та килде. Улар көрәк, лом, тракторҙың тейәгесе менән тау-ташты аҡтарып, юлға һалды, эре киҫәктәр ситкәрәк алынды. Юл киңәйеп, иркенләнеп ҡалды. Шулай уҡ Иҫке Тайыш һәм Яңы Ҡауарҙы ауылы араһындағы юл Ф.Сәйфуллиндың тейәгес тракторы ярҙамында төҙөкләндерелде, Илһам Собханғолова, Айрат Шәмсетдинов, Ғәйәр Яҡупов һ.б. әүҙемлек күрһәтте.

Ҡарағайҙан Юрмашҡа киткән юлда электр подстанцияһы эргәһендәге 50 м арауыҡтағы юл үткеһеҙ хәлдә ине. Ф.Собханғолов, Динар Үтәгәнов, Игорь Никифоров, Илгиз Ғәйнуллин, Әнүр Ҡәҙерғолов тракторҙары менән, Айрат Ибәтуллин “КАМАЗ” машинаһы менән 3 көн эшләне. Юл аҫтынан һыу аҡһын өсөн тимер торба һалынды, юл күтәртелеп, ҡырсын түшәлде. Был эштә район Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы З.М.Хафизов ярҙам күрһәтеп, ике тапҡыр 150-шәр литр яғыулыҡ, торба, техника биргән.

Төҙөкләндереү Таш-Аҫты ауылының аҫылмалы күперендә лә ҡыҙыу бара. Күперҙең ҡупҡан тимерҙәре, тростар нығытып тарттырыла, цементланған урындар яңыртыла. Уңған егеттәребеҙ: Әнүр Зәйнешев, Миңнияр Йомағолов, Риф Зәйнешев һәм башҡалар 2 аҙнанан ашыу эшләйҙәр. Ошонда уҡ автобус, машиналар туҡталҡаһы ла урынлаштырыла.

- Республика буйынса үткән өмәлә ауыл советы хакимиәте, Имәндәш ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре,Ҡарағай, Имәндәш мәктәптәре коллективтары һәм уҡыусылары, шулай уҡ бар ауыл-дар халҡы таҙартыу, ҡырсын түшәү һәм башҡа эштәрҙе берҙәм башҡарҙы. Алдағы көндәрҙә лә төҙөкләндереүҙе дауам итәсәкбеҙ, башланған эштәрҙе аҙағына еткереп ҡуйырға иҫәп тотабыҙ, - ти Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов. Уларға эштәренең уң булыуын теләргә генә ҡала.


Читайте нас: