-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
12 Апрель 2019, 18:48

Бер төптән эшләнек

Яҙҙың тәүге экологик өмәһендә Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенә ҡараған барлыҡ ауыл халҡы берҙәм ҡатнашты. Беҙҙең Үзбәк ауылында ла өмә булаһын алдан уҡ беләләр ине.

Таң менән һәр кем үҙ йорто ихатаһын, урам буйҙарын таҙартырға сыҡты. Тәҙрәләрҙән ағылған моң байрам кәйефе тыуҙырып, өмәселәргә дәрт өҫтәне. Йәштәр ҙә, ололар ҙа урамға сығып, кем ҡулына һепертке, тырма, һәнәк, йә көрәк тотоп эш менән мәшғүл булды. Үҙҙәренең урамы тирәһендә эшен бөтөргәндәр мәҙәниәт йорто, магазин тирәләрен һәм башҡа урындарҙы йыйыштырырға ла өлгөрҙө.

Мәктәптәге өмә лә ойошҡан рәүештә үтте. Ауыл биләмәһе хакимиәте хәстәрлеге менән мәктәп ашханаһында туҡланыу ойошторолдо. Барыһы ла тәмле ризыҡтан ауыҙ итте. Ауыл һәүәҫкәрҙәре мәҙәниәт йортонда концерт ойоштороп, өмәселәргә күңелле ял бүләк итте. Моңло йырҙар, бейеүҙәр арыуҙы оноттороп, күңелдәрҙе күтәрҙе. Концерттан һуң, таҙартылып, йәмләнеп ҡалған урам буйлап атлап үтеүе күңелгә әйтеп бөткөһөҙ рәхәтлек бирҙе.

Алда беҙҙе тағы ла ошондай уҡ өмәләр көтә. Уларында ла бергә булырбыҙ, берҙәм булырбыҙ тип ышанам.


Читайте нас: