Үҙ ихаталарын таҙартҡандан һуң бер төркөм шишмә буйына юлланды, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре оло юлды таҙартырға сыҡты. Мәктәп һәм дауахана эшселәре, мәҙәниәт һәм музей, ауыл хакимиәте, китапхана, почта бүлексәһе коллективтары берҙәм булып үҙ биләмәләрен, урам буйҙарын таҙартты. “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигәндәй, күмәк кешегә эш түҙәме?! Берҙәм эштән һуң барыһы ла музыка тауышы ағылып торған мәҙәниәт йорто янына йыйылды. Ә инде гөрләп торған самауыр янында, саф һауала тәмле бутҡа ашап, сәй эсеүҙәре үҙе бер күңелле тамашаға әйләнде. Ағинәйҙәр, үҙешмәкәр артистар тарафынан башҡарылған йыр-бейеүҙәр йәм өҫтөнә йәм өҫтәне.