Ауылыбыҙҙы таҙартыу-йыйыштырыу эшендә әүҙем ҡатнашҡан Әнүр Аралбаев, Сәйфулла Исламғолов, Алик Әйүпов, Разифа Сәғиҙуллина, Олеся Христафорова, Рәйес Ғатауллин, Фәүзиә Ҡотлогилдина, Айгөл Йәрмөхәмәтова, Рима Ғилманова, Фәйез Сәғиҙуллин, Любовь Вечерина, Рәсимә Батыршина, Әлфиә Аралбаева, Мәғәшиә Баһауетдинова, Валентина Веретюк, Фәнүзә Латипова, Гөлнара Рәхимова, Зилә Романова, Ғәлиә Рахманғолова, Ришат Насиров, Тәнзилә Йәрмөхәмәтова, Заһира Мәжитова, Саимә Ғилманова, Рәйлә Мәҡсүтова урам буйлап сүп-сар йыйып тоҡтарға тултырҙы, клубтың эргә-тирәһен тәртипкә килтерҙе.
Дөйөм ятаҡ янын Рауил Ҡотлобаев, Наил Вилданов, Зилә Вилданова, Рәйлә Баһауетдинова, Миңлеғәле Мәсәғүтов, Гөлшат Баһауетдинова, ҡатыны менән Андрей Харьков таҙартты. Ҡайһы бер кешеләр үҙ йорттары алдында эшләне. Өмә тамамланғансы урамда башҡортса-русса йырҙар яңғырап торҙо. Эштән һуң барыһы ла ауыл ағинәйҙәре әҙерләгән бай табын артына йыйылды.