-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
12 Апрель 2019, 19:04

Сәскәләй балҡып йәшә, өләсәйебеҙ!

Беҙҙең өләсәйебеҙ Роза Һәҙиәт ҡыҙы Сөләймәнова (Кәлимул-лина) 1954 йылдың 12 апрелендә Ҡолҡан ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Ғаиләлә 8 малай, 5 ҡыҙ бала. Атаһы Һәҙиәт Кәлимуллин 3 һуғышта ҡатнашҡан ветеран, утты-һыуҙы кисеп, еңеү яулап ҡайтҡан кеше була.Өләсәйебеҙ башланғыс класты Ҡолҡан мәктәбендә, һуңынан 10-сы класты Сәйетбаба урта мәктәбендә тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡта сауҙа училищеһында белем алып, Ҡолҡан ауылы магазинында эш башлай.

Йәшләй генә ҙур ауырлыҡтар ҙа кисерергә тура килә уға - бер-бер артлы ата-әсәһе вафат була. 20 йәшлек ҡыҙ береһенән-береһе бәләкәй дүрт туғаны менән тороп ҡала, сөнки оло апай-ағайҙары төрлө тарафтарға юлланып, үҙ донъя мәшәҡәттәренә сума. Ошо дүрт малайҙы аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һала өләсәйебеҙ.

Күпмелер ваҡыттан һуң Сәйетбаба ауылына һатыусы итеп эшкә алалар уны. Эшендә бик тырыш ҡыҙ күп тапҡырҙар райсоюздың, Центрсоюздың, Башпотребсоюздың Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Эштән тыш КПСС ағзаһы ла, депутат булып йәмәғәт эштәрендә лә бик әүҙем ҡатнаша. Өләсәйебеҙ эшләгән эштәрҙе тау итеп өйһәң, юл итеп һуҙһаң уны уҙырға бер ғүмер кәрәк булыр ине. Ул ғүмер - ысын хеҙмәт юлы.

Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң ҡәҙерлеһе - ғаилә. Тормош иптәшенән дә уңған өләсәйебеҙ. Олатайыбыҙ Хөрмәт Хәбибназар улы Сөләймәнов менән матур ғаилә ҡороп, иңгә-иң терәшеп, әлеге көндә пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп матур донъя көтәләр. Беҙҙең ҡайтыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәләр улар. Өҫтәл тултырып тәмлекәстәр әҙерләп, мунса яғып ҡаршы алалар ҙа, моңһоуланып оҙатып ҡалалар...

Хәҙер инде балаларының һәр береһенең үҙ донъяһы. Оло ҡыҙҙары Айгөл кейәүҙәре Руслан менән Бурлы урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләйҙәр. Уларҙың ҡыҙҙары, беҙ - Руслана менән Рушана - өләсәй менән олатайҙың көтөп алған ҡошсоҡтары.

Уртансы улдары Азамат килендәре Фәриҙә менән Красноусолда төпләнеп, матур донъя ҡороп, эшләп йөрөйҙәр. Улар өләсәй-олатайыбыҙға ике ейән - Алмаз менән Арыҫланды бүләк иттеләр.

Кесе улдары Айрат Красноусолдың 1-се мәктәбендә инглиз теленән уҡыта.

Һәр береһен уҡытып, оло юлға сығарғанда ла, өй һалып донъя ҡорғанда ла ҙур ярҙам иткән ата-әсәләренә балалары сикһеҙ рәхмәтлеләр.

- Хәҙер йәшәүе еңел. Өйгә газ үткән, һыу ҙа өйҙә, машина керҙе үҙе йыуып бирә, - ти өләсәйебеҙ. - Тик ялҡауланмаҫҡа кәрәк, тырышһаң,эшләһәң ауылда ла һәйбәт йәшәп була. Тормош һәйбәт, Хоҙайҙан балаларыма - ғаиләмә иҫәнлек-һаулыҡ ҡына теләйем.

Үҙҙәре лә тик ятмай, күпләп эре мал тотоуҙан тыш, йәй көнө етмешләп ҡаҙ үҫтерәләр, иллегә яҡын тауыҡтары бар, бал ҡорттары ла тоталар. Баҡсаларында үҫкән еләк-емеш ағастарынан бик күп уңыш алалар.

Өләсәйебеҙҙең тағы ла бер матур шөғөлө - сәскәләр. Йәйен өй тирәһен йәмләп георгин, пион, гладиолус, тюльпан, мәк, төрлө лилиәләр, хризантема, астра, петуниялар, розалар үҫтерә ул. Ә тәҙрә төбөндә йыл әйләнәһенә сәскәгә күмелеп ултырған гөлдәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр!

Хәҙерге ваҡытта өләсәйебеҙ лайыҡлы ялда. Ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләүсе өләсәйебеҙгә бәхетле оҙон ғүмер, һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Олатайыбыҙ менән тигеҙлектә парлы ҡартлыҡ кисерергә насип булһын үҙегеҙгә. Һеҙ беҙгә бик кәрәк...

Гел беҙҙе ҡыуандырып, яҡты нурҙарың менән өйҙө йылытып, күңелдәргә илһам өҫтәп тор, өләсәйебеҙ. Беҙ һине бик-бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.

Ерҙәге ҡояш һин беҙҙең өсөн,

Наҙ, хәстәрлек бөркөлә йөҙөңдән.

Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең

Шатлыҡ булып ҡайтһын үҙеңә.

Йөҙ йәшеңде лә ҡотларға

яҙhын әле тағы ла,

Беҙ теләйбеҙ hиңә hаулыҡ

тағы, тағы, тағы ла.


Читайте нас: