-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
12 Апрель 2019, 19:01

Шаулап-гөрләп үтте Науруз

Күп милләтле респуб-ликабыҙҙа Науруз байрамы яңы майҙансыҡта — Затон биҫтәһенең “ЕврАзия” агропаркында үтте. Йола буйынса быйыл да Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәге һәм “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле башҡорт халҡы вәкилдәре булараҡ сығыш яһаны.

Һәр милләт үҙенең мәҙәни йөҙөн, үҙенсәлектәрен күрһәтергә тырышты һәм быға өлгәште. Тирмәләрҙә халыҡ кәсептәре, рухи байлығы, тарихы, сәнғәте сағылдырылған күргәҙмәләр урынлашҡайны, төрки халыҡтарҙың уртаҡ ризығы - былау әҙерләү буйынса чемпионат сәмле барҙы, сәхнәнән дәртле бейеүҙәр, йыр-моң ағылды.

Гәүһәр Байбулдина етәкләгән “Асанай” халыҡ фольклор төркөмө башҡорт халҡының йолаларын, этно-мәҙәни берәмектәрен сағылдырған йыр-бейеүҙәр аралашҡан композиция күрһәтте. Төркөмдөң бер сығышында ғына алты музыка ҡоралы ҡулланылыуын иҫәпкә алғанда, быға күпме хеҙмәт, оҫталыҡ, ваҡыт, фантазия бағышланғанын самаларға мөмкиндер. Сағыу милли костюмдар барыһының да иғтибарын тартып торҙо, күптәр фотоға төшөрөргә атлыҡты. “Халыҡ оҫтаһы” исемен алған Рабиға Йәрмиеваның балаҫ һуғыу станогы янынан да кеше өҙөлмәне.

Ошо көндәрҙә “Асанай” халыҡ төркөмө солисы Илһам Байбулдин Үзбәкстандың Термез ҡалаһында халыҡ-ара баҡшылар (сәсән) конкурсында ил данын яҡланы. Ул Рәсәйҙән сәсән булараҡ һайлап алынһа, тағы бер яҡташыбыҙ – Гөлнар Юлдыбаева фольклор белгесе булараҡ, фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашты.


Читайте нас: