Әмир Мөхәмәтйәров 1930 йылғы. Өс йыл пехотала хеҙмәт иткән. Рабиға апай менән тормош ҡороп, күмәк балалар ҡарап үҫтерҙеләр. Әмир ағай “Егән” колхозында һарыҡ ҡараусы булып намыҫлы эшләне.
Наил Әхтәмов 1938 йылда тыуған. Өс йыл танкист булып хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, 1962 йылда колхозда эш башлай. Үҙе менән йәштәш, шулай уҡ 15 йәштән колхозда эшләп йөрөгән Нәжибә апай менән донъя ҡороп, дүрт балаға – Резида, Гүзәл, Светлана, Фәнүргә ғүмер бүләк иткәндәр. Нәжибә апай менән Наил ағай ғүмер буйы колхозда ал-ял белмәй эшләнеләр. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, тырышып донъя көтәләр. Хужа кеше ауылда мал көтөүен ойоштороп, тәртип булдырыуҙа ярҙам итә.
Камил Әхмәт улы Рәхмәтуллин 1959 йылда тыуған һәм йәштән тракторсы һөнәрен һайлаған. Германияла сержант булып хеҙмәт иткән. Армияға тик-лем Ҡаҙағстан яғында ла эшләп алған. Тракторҙы биш бармағы кеүек белгән механизаторҙың колхоз өсөн түккән көсөн һанап бөткөһөҙ.
Бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙа шундай хеҙмәт ветерандары бар. Уларға иҫәнлек-һаулыҡта, шатланып йәшәргә яҙһын.
Ишбулды БАҺАУЕТДИНОВ.
Игенселәр ауылы.