+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
17 Апрель 2019, 19:52

Берҙәм сыҡтыҡ өмәгә

Байымбәт ауылы халҡы әүҙемлектәре, берҙәм булыуҙары менән айырылып тора. Уҙған шәмбе өмәһенә дәррәү сыҡтыҡ, әле лә тирә-яҡты тәртипкә килтереү эштәре дауам итә.

Ауыл клубы һәм буш тороп, ташландыҡ хәлгә килгән медпункт биләмәһен ауылдың ир-егеттәре тәртипкә килтерҙе. Биләмә матур төҫ алып ҡалды. Бигерәк тә Айгөл менән Әхмәт Садиҡовтар, Илгиз Мырҙаҡаев, Нәзир Фәтҡуллин, Абдрахман Ишкин, Урал Йәғәфәров, Финат Фәтҡуллиндар әүҙемлектәре менән айырылып торҙо. Депутат Гөлфирә Ишкина мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһынан Дилбәр Ҡорманғолова, Рәзилә Ноғоманова балалар менән ауылдың бөтөн урамдарын, Түлтебей күле буйын сүп-сарҙан таҙарттылар. Оло булыуына ҡарамаҫтан, Рәйсә Фәтҡуллина ла өмәнән ситтә ҡалманы, ҡулынан килгәнсә ярҙамлашты. Ә инде эштәр тамамланғас, апай-инәйҙәр, әсәйҙәр бешереп килтергән тәм-томдан, төрлө ризыҡтарҙан клуб янында табын әҙерләнек. Бында Розалия Фәтҡуллинаның өлөшө ҙур булды. Һәм өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла самауыр сәйе эсеп, ауылдың күркәмләнеп ҡалыуынан ҡәнәғәт булып таралышты. Көнө буйы һәр кемде эшкә дәртләндереп, күңелле көй-моңдар яңғырап торҙо.

Алдағы көндәрҙә лә ошолай берҙәм булып, өмәләрҙә ҡатнашырға яҙһын.

Фәниә ФӘТҠУЛЛИНА,
клуб мөдире.
Читайте нас: