Гөлнур Яҡупова призына мәктәп уҡыусылары араһында барған “Өмөтлө ҡәләм”гә килгән ижади эштәр ҙә арта. Ҡайһы бер уҡытыусыларҙың уҡыусыларының ижади һәләтен арттырыуға, дәртен күтәреүгә етди иғтибар бүлеүен дә әйтеп китергә кәрәк.
Ер ҡарҙан әрселеп, яҙғы эштәр, мәшәҡәттәр ҙә артып, баҡса эштәре лә башланды. Ауылдарҙы таҙартыу, төҙөкләндереү, емеш-йәшелсә үҫтереү серҙәре тураһында ла яҙығыҙ. Еңеү көнөнә лә күп ҡалманы, был темаға үҙ уй-фекерегеҙҙе оҙаҡҡа һуҙмай, үткәндәрҙә яҡты эҙҙәр ҡалдырған, атай-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар тураһында күңел төбөндә йөрөткән кисерештәрегеҙҙе ҡағыҙға төшөрөп, хатығыҙҙы тиҙерәк ебәрергә тырышығыҙ.
Гәзиттең географияһы бай, йөкмәткеле, күркәм булһын өсөн һәр мөйөштән, төбәктән хаттар килеп торһон ине. Мөмкинлектәре булғандар электрон почтаға ла ебәрә ала.
Ижади бәйләнеш өҙөлмәһен, хаттар яҙығыҙ беҙгә, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ.