-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
17 Апрель 2019, 19:54

“Төлкәҫ”тәр Туймазыла

Күптән түгел ике йылға бер үткәрелеп килгән “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне” балалар халыҡ бейеүҙәре асыҡ республика фестивалендә районыбыҙҙың “Төлкәҫ” бейеү ансамбле ҡатнашып, лауреат булып ҡайтты. Республикабыҙҙың иң көслө “Далан”, “Ҡояшҡай”, “Сафар”, “Ағиҙел”, “Дарман”, “Аҡ димгел” коллективтары сығыштарын яҡындан күреү ҙә беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы булды.

Жюри ағзалары: хореография кафедраһы доценты Е.В.Щеголеваға, Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе Р.Г.Ғәбитовҡа, Стәрлетамаҡ бейеү театрының баш балетмейстеры Э.М.Дауытоваға, шулай уҡ автобус биргәндәре өсөн район мәғариф бүлегенә, финанс ярҙамы күрһәткән мәҙәниәт бүлегенә, һәйбәт итеп йөрөтөп алып ҡайтҡан водителдәр Рәүеф Нәзиров менән Нәзир Шәриповҡа, беҙҙең һәр аҙымыбыҙ өсөн ҡайғырып, төрлө яҡлап ярҙам иткәндәре өсөн ата-әсәләргә ҙур рәхмәтлебеҙ.

Фестиваль бик яҡшы ойошторолған. Өс көн барған был сара беҙҙең йәш бейеүселәргә бик кәрәкле оҫталыҡ дәресе лә булды. Конкурста 100-гә яҡын бейеү башҡарылып, шулар араһынан 20-һе генә Гала-концертҡа һайлап алынды. Беҙҙең “Төлкәҫ”тәр “Быяла ярсыҡ - уйынсыҡ”, татар, коряк халыҡтары бейеүҙәрен күрһәтте. Гала-концертта беҙҙең балалар коряк халыҡтары бейеүе менән сығыш яһап, III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды һәм Дип-лом менән бүләкләндек. Был юғары баһа беҙҙең ҡанаттарҙы нығытып, талпынып осор өсөн бер һынау ғына, алда тамашасыларыбыҙҙы тағы ла төрлө-төрлө бейеүҙәр менән һөйөндөрөрбөҙ тип ышанам.
Читайте нас: