+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
1 Май 2019, 13:55

Хеҙмәттәре ил биҙәгән

2018 йыл бәхетле Ғаилә йылы булып иҫтә ҡалды. Донъяны шаулатмай күләгәлә ҡалыуҙы хуп иткән бер нисә юбиляр тураһында яҙыуым. Элек ауыр эштәрҙә эшләгән һәм барлыҡ эште тик ҡул көсө менән башҡарған – һыйыр һауған, яҙҙан көҙгәсә сөгөлдөр эшләгән кешеләр тураһында күберәк яҙырға кәрәк тип уйлайым. Шуларҙың береһе – “Мағаш” колхозында төрлө эштәрҙә эшләгән йор һүҙле, алсаҡ ағай Камил Камалетдин улы Сарышев.

Ул 1934 йылда тыуған, эшләмәгән эше ҡалманы уның ауылда: комплекслы бригада бригадиры, ферма мөдире, колхоздың ревкомиссия рәйесе, ырҙын табағы мөдире һ.б. Ҡоролоҡ йылдарында һалам пресларға алыҫ Латвияға киткән төркөмгә Камил ағайҙы өлкән итеп тәғәйенләйҙәр. Ойоштороу эштәренә лә оҫта ағай булды, уның тураһында һәр ваҡыт эште еренә еткереп эшләне тинеләр. Тик бик иртә вафат булды, урыны йәннәттә булһын.

Камил ағай вафат булғас, донъя йөгө Вәрә Сәлимйән ҡыҙына тороп ҡалды, береһенән-береһе бәләкәйерәк 7 баланы кеше итеп үҫтерҙе, бөгөлмәне, бирешмәне. Колхоз эшенә лә, йортона ла өлгөрҙө, малсылыҡта ла, сөгөлдөрҙә лә, төрлө эштәрҙә лә ал бирмәне,

донъя мәшәҡәттәрен дә үҙ елкәһенә алды Вәрә Сәлимйән ҡыҙы. Йорт-ҡураһы бөтөн, күп итеп мал тота, өйҙә ҡалалағыса бөхтәлек, газ үткән, һыу ҙа бар. Балалары төрлө яҡтарҙа яҡшы итеп йәшәйҙәр. Йәй булһа Вәрә апайҙың урамында балалар тауышы тынмай. Кесе улы Раил Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Оло улы Исмәғил хужалыҡ эштәрен алып бара, бынан тыш ул мал табибы ла. Халыҡ малын дауалау уны елкәһендә. Ҡауарҙы ауылында бына шулай матур итеп йәшәй Сарышевтар.

Таһир Рәхмәтулла улы Баязитов та арҙаҡлы ир-азамат. Таһир ағай Венгрияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, бәхет эҙләп бер ҡайҙа ла сығып китмәне, тыуған колхозында тороп ҡалды. Төрлө эштәрҙә, аҙаҡ балта оҫтаһы булып китте. 1980-1990 йылдарҙа “Мағаш” колхозында төҙөлөш тармағы оҫталарға ныҡ ҡытлыҡ кисерә ине.

Минең иҫтә ҡалған ваҡыттарҙа һыйыр һәм быҙау, сусҡа һарайҙары, келәттәр, ауыл Советы бинаһы, балалар баҡсаһы, Ҡауарҙы табиплыҡ амбулаторияһы төҙөүҙән тыш шәхси йорттарға ла өлгөрҙө ағайыбыҙ. Күпме диләнкәләр киҫеү, таҡта бысыу һ.б. Уның “Хеҙмәт батырлығы” миҙалы бар, “Мағаш” колхозы идараһы тапшырған ҡиммәтле бүләктәренең иҫәбе-һаны юҡ.

Ошондай егәрле беҙҙең Таһир ағайыбыҙ, әле лә ҡул ҡаушырып өйҙә ултырмай, егеттәр кеүек йүгереп йөрөй, мал тота, ағас киҫә, ҡорт ҡарай, урамында ат-һарыҡтары ла ишле. Тормош иптәше Минира апай менән матур итеп донъя көтәләр. Оҙаҡламай уларҙың бергә йәшәүҙәренә лә 50 йыл була. Дүрт бала үҫтергән Минира апай менән Таһир ағайҙың балалары ла уңған. Уларҙың йорттарына ингәс тә өлгөлө йорт икәне күренеп тора, урамда бөхтәлек, таҙалыҡ.

Зариф Мәхәмәтгәрәй улы күптән түгел 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Йорт хужабикәһе хаҡлы ялда, ә Зариф әле лә “Шишмә” крәҫтиән хужалығында малсы булып эшләй. Зариф тормош иптәше Рәйлә Хәбинур ҡыҙы менән матур итеп донъя көтә, бик тырыш ғаилә. Улар өс бала тәрбиәләнеләр, улдары ситтә эшләй йөрөй. Ҡыҙҙары Гөлсиә ауылда Юлай Аҙнағолов менән матур итеп йәшәй. Талантлы Юлайҙы үҙешмәкәр йырсы булараҡ агитбригадаларҙа, район сәхнәләрендә йыш күрергә мөмкин. Ата-әсәһенә оҡшап бик матур парҙар улар. Юлай менән Гөлсиә яңыраҡ өй туйы үткәрҙеләр. Быларҙың барыһы ла Зариф менән Рәйләнең ярҙамынан башҡа мөмкин булмағандыр. Йәштәргә, иҫән-һау, мул тормошта матур итеп бәхетле йәшәгеҙ, тип әйтке килә.

Бына шулай Зариф менән Рәйлә тыныс ҡына, баҫалҡы ғына йәшәп яталар, күп итеп мал тоталар, егәрлегә берәү ҙә ҡамасау булмаҫ.

Юлыҡ ауылында йәшәүсе Таһир Ситдыҡ улы Юлмөхәмәтовты Ҡауарҙы биләмәһендә генә түгел, районда ла яҡшы беләләр. Ул үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләп үтте. Таһир Ситдыҡ улы менән Альмира Сабит ҡыҙы данлы тормош юлы үттеләр. Альмира апай хеҙмәт юлын Юлыҡ мәктәбендә ябай уҡытыусы булып башлап, директор вазифаһына тиклем күтәрелде. Таһир Ситдыҡ улы ғүмер буйы төрлө вазифаларҙа эшләп, бер нисә тапҡыр район Советы депутаты булып һайланды, “Мағаш” колхозында намыҫлы хеҙмәт итте, матур тормош юлы үтте. Күмәк балалар үҫтерҙеләр.

70 йәш әле ҡартлыҡтың башы ғына, 80-де лә ҡыуырға тырышырға кәрәк, Таһир Ситдыҡ улы, тип әйтке килә.

Ошо уҡ ауылдан Земфира Солтан ҡыҙы менән Ҡауарҙы урта мәктәбендә бергә уҡығайныҡ. Тыныс холоҡло, баҫалҡы Земфира ғүмеренең күп өлөшөн “Мағаш” колхозында һауынсы булып эшләне. Колхоз тарҡала башлағас Земфира юғалып ҡалманы, 6 йыл почтальонка булып эшләне, эш араһында сөгөлдөр утарға ла өлгөрә. Әле лә яңғыҙ йәшәүенә ҡарамаҫтан, Земфираның донъяһы “гөлт” итеп тора, күпләп мал тота. Үҙенә оҡшап ҡыҙҙары ла аҡыллылар, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡандар.

Ошондай ауылдаштарым булыуы менән ғорурланам.

Мәүлит ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Ҡауарҙы ауылы.
Читайте нас: