-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
3 Май 2019, 14:03

Ҡанаттар осҡанда нығый

Уның менән уйламағанда ғына дауаханала осраштыҡ. Әллә ни төҫ ташламаған, йәштәрсә тура һынлы, оҙон ғына кәүҙәле кеше. Сәстәренә лә һуңғы йылдарҙа ғына сал йүгерә башлағанға оҡшай. Үҙенә һис тә 80-90 йәште бирмәҫһең.Һөйләшеп киттек. Һүҙгә лә әүәҫ булып сыҡты ағай кеше. Хәтере лә шәп, тауышы ла көр. Әллә ҡасанғы хәл-ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерендә тота.

Яңы танышым Абдулла ағай Ҡаранйылға ауылынан булып сыҡты. Хәйерниса менән Мырҙабай Йәноҙаҡовтарҙың ишле ғаиләһендә (7 бала) өсөнсө бала булып донъяға килгән. Атаһы Мырҙабай беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, әсирлектә булып, 1917 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. 30-сы йылдарҙа Ҡаранйылғала промколхоз ойошторолғас, уның тәүге рәйесе була.

Абдулла 11 йәше менән барғанда, илгә оло һынау килә – Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атаһы хеҙмәт армияһына алына. Әсәһе бер итәк бала менән яңғыҙы ултырып ҡала. Һуғыш йылдарында Абдуллаға ололар менән бер рәттән колхозда төрлө эштәр башҡарырға тура килә. Әммә мәктәптә уҡыуын ташламай ул. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа аслыҡ тағы ла көсәйә төшә, унан шешенеп үлеүселәр ҙә күбәйә. 9-сы класта уҡыған Абдулла ла шешенә һәм күсерелеш имтихандарында ҡатнаша алмай. Уҡыуын ташларға тура килә. Һауыҡҡас, колхозда төрлө эштәрҙә эшләүен дауам итә. 1947 йылдың көҙөндә үҙ йомошо менән Ҡуйлытамаҡ, Егәҙе, Туҡан аша йәйәүләп, Белорет ҡалаһына юл тота. Бында ул ауылдашы, тиңдәше Айытбайҙы осрата. Ул Белорет металлургия заводы ҡарамағындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға урынлашып йөрөй икән. Айытбай Абдулланы ла үҙе менән уҡырға керергә “ҡоҙалай”. Абдулла ла күп уйлап тормай, училищела электрик-слесарь һөнәренә уҡый башлай. 9 класс белемле егеткә уҡыу еңел бирелә. Өҫтәренә оҙон ҡара шинель, аяҡтарына күн ботинкалар кейеп, ауыл яғына ла ҡайтып әйләнә егеттәр.

Ике йыл уҡыу ваҡыты һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Заводта бер аҙ сынығыу алғас, 1951 йылдың көҙөндә Абдулла хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Яҙмыш уны СССР-ҙың иң көньяҡ нөктәһе Кушка хәрби ҡаласығына ташлай. Бында элемтәсе-радистарҙың әҙерлек курсын үткәс, Урта Азия республикаларының төрлө хәрби

частарында элемтәсе-радист булып хеҙмәт итергә тура килә. Армия хеҙмәтенең өс йылы үтә лә китә. 1954 йылдың аҙағында тыуған ауылы Ҡаранйылғаға ҡайтып төшә һалдат.

Тыуған ауылын яратҡан егет сит ерҙе, ҡала мөхитен үҙ итә алмай. Стәрлетамаҡтағы 4-се һанлы механизаторҙар мәктәбенең тракторсылар курсын тамамлап ҡайта ла, башкөллө ер эшенә тотона. Тырыш егет башта ябай тракторсы булып эшләй, тәжрибә туплай. Ә инде 1959-1991 йылдарҙа “Йондоҙ” колхозында гараж мөдире, механик вазифалары йөгөн тарта, йөҙҙәрсә механизаторҙарҙы үҫтереүгә һәм тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.

- Минең дәүерҙә, - ти Абдулла ағай, - бик тырыш механизаторҙар эшләне. Улар иҫәбенә Әмир Мансуров, Хөсәйен Рахманғолов, Мансур Ғәзизов, Әхәт Йәноҙаҡов, Рауил Ғәзизов, Миңнур Исхаҡов, Миңнур Байбулдин,

Тайып Хәсәнов, Зәки Рахманғолов, Ғәли Фәттәхов, Рәшит Исхаҡов һәм башҡа бик күптәрҙе индерергә мөмкин. Уларҙың һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы, һайлаған һөнәренә тоғро булды. Күптәренә хөкүмәт наградалары, маҡтаулы исемдәр бирелде. Механик вазифаһы еңелдән түгел, әлбиттә, запчас-тар эҙләп ҡайҙа ғына барып етмәйһең дә, кемдәр алдында ғына йөҙ һыуыңды түкмәйһең. Үҙ елкәһендә татығандар ғына быны белә. Техниканы ремонтлатыу өсөн Табын, Талбазы, Егән юлдары ла аҙ тапалманы, хатта Харьков трактор заводына уҡ барып етелде, - ти эшләгән йылдарын хәтере аша үткәреп.

Абдулла Мырҙабай улының да тырыш хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалмай. 1976 йылда уңған механик СССР-ҙың юғары наградаларының береһе – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Шулай уҡ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. 3-сө бригадала партия уҡыуҙарын алып бара. Иптәштәр суды рәйесе йөгөн дә тарта, 6 тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана. КПСС район комитеты ағзалығына кандидат та була.

Хеҙмәт юлын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҫмер көйө генә башлап ебәргән Абдулла ағай “Бөйөк Ватан һуғышының тыл ветераны” исемен лайыҡлы йөрөтә.

-Бөгөнгө көндә һеҙ эшләгән гараждарҙың емерек хәлдә һерәйеп ултырыуҙары, элекке колхоз баҫыуҙарының дегәнәктән баҫылып ятыуы нисегерәк тьҫир итә? – тип һорайым.

- Яуапһыҙлыҡ был, башҡаса бер ни тип тә әйтеп булмай, - тине ул көрһөнөп.

1959 йылда Абдулла Мырҙабай улы Сәйетбаба ауылынан Хәлиҙә Шакир ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп ебәрә. Хәлиҙә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡаранйылға медпунктында шәфҡәт туташы булып эшләй. Йәноҙаҡовтарҙың татыу ғаиләһендә ике ул, ике ҡыҙ буй еткерә. Оло улдары Фәнил ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй һәм заводта эшләй. Ҡыҙҙары Флүзә менән Фәйрүзә Стәрлетамаҡта төпләнгән, эшләйҙәр һәм татыу ғаиләлә балалар үҫтерәләр.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Кесе улдары Айваз атаһына күрше генә ун бергә ун бер ҙурлығында Бөрйән ҡарағайынан йорт һалып инеп, гөрләтеп донъя көтә. Тормош иптәше менән балалар үҫтерә. Тик ятмай, эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнә. Биш һауын һыйыры, шунса уҡ башмаҡтар, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, һарыҡтар үрсетә. Ихатала өр-яңы ике “Беларусь” тракторы, ике йөк автомашинаһы ултыра. Үҙенең ағас быстырыу пилорамаһында таҡта, брус, штакетник быса. Һораусыларға төргәкле бесәнен дә һата. Киләсәктә тегеү цехы ла асып ебәрмәксе.

Йорт усағы һүнмәһә, атай-әсәй тигеҙ, татыу ғүмер итһә, балалар ҙа бәхетле була. Абдулла Мырҙабай улы ла балаларына яратҡан атай, ҡатынына ышаныслы терәк-таяныс, ауылдаштарына өлгөлө аҡһаҡал булып үҙенең 89-сы яҙын ҡаршылай.

Хәсән ҠОТОВ.

Ҡурғашлы ауылы.
Читайте нас: