-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
6 Май 2019, 16:43

Байрамдарҙы йәмләп килгәнһегеҙ был ергә...

Сәйетбаба ауылының йәмле Өйә буйында, тәбиғәттең йәнләнгән мәлендә, әсә-атаһына Еңеү көнөнә байрам бүләге булып Тәскирә менән Уйылдан Юлдыбаевтар ғаиләһендә икенсе ҡыҙ бала – Рәмилә туғаным, апайым тыуа. Яҙ көндәренең наҙлы йылыһы һымаҡ мәрхәмәтлек, ихласлыҡ, иплелек, сабырлыҡ, һөйөү хистәре менән тулы уның күңеле.

Мәктәптә тик “5”-ле билдәләренә генә уҡып, 8-се кластан һуң Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, бында алған белем менән генә сикләнеп ҡалмай, ситтән тороп М.Аҡмулла исемендәге педагогия институтының Салауат ҡалаһындағы филиалын тамамлай. 19 ғына йәшендә Сәйетбаба мәктәбендә пионервожатый булып та эшләп ала. Хәҙерге көндә Красноусолдың 1-се мәктәбендә уңышлы эшләп, бәләкәс балаларға уҡырға, яҙырға, математика фәне серҙәренә өйрәтә, башланғыс белем бирә. Дөйөм хеҙмәт стажы ла хәҙер 37 йыл булып киткән. Уҡыусылары, ата-әсәләр уны бик яраталар, хөрмәт итәләр. Башланғыс кластан сығарған уҡыусылары уның ғүмерлек дуҫтарына әйләнә бара. Һәр береһе менән аралашырға ла, кәңәштәр бирергә лә үҙенең диңгеҙҙәй тәрән һәм киң күңелендә урын да, ваҡыт та таба. Бар күңелен биреп, намыҫлы эшләгәне өсөн “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, бихисап Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған кеше лә ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ. Уның күңел матурлығы, аҡыл зирәклеге, һәр кешегә ҡарата алсаҡлығы, ихласлығы, һөйкөмлөлөгө беҙҙең йәшәйешкә лә көс, дәрт өҫтәй һәм киләсәктә лә шулай дауам итһен ине.

Рәмиләбеҙ үҙебеҙҙең ауыл егете, йәштәше Мөнир Зөлҡәфей улы менән матур тормош ҡороп, аҡыллы, тәртипле өс бала тәрбиәләп оло тормош юлына сығарҙылар, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ ҙә тырыш, уңған, һәйбәт кеше булыуы менән айырылып тора. Ул хәҙер инде бик күп йылдар Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында юғары категориялы өлкән мастер булып эшләй, үҙ эшенең оҫтаһы.

Ошо көндәрҙә улар матур ғүмер байрамдарын билдәләй. Киләсәктә лә бер-берегеҙгә оло терәк, таяныс, беҙгә кәңәшсе булып, дуҫтарығыҙға һөйөүегеҙҙе өләшеп, матур итеп ҡорған донъяғыҙға ҡот-бәрәкәт өҫтәп, тормош юлын парлы үтегеҙ. Күрһәткән изгелектәрегеҙ мең-мең рәхмәт булып үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын.

Фәнилә МӘҮЛЕТОВА,
Рәйлә ҺӨЙӨНДӨКОВА.


Читайте нас: