+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
6 Май 2019, 16:45

Беҙ атларға тейеш ошо ерҙән хужа булып уға үҙебеҙ

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеп, яңы 100 йыллыҡҡа, яңы дәүергә аяҡ баҫтыҡ. Был иҫтәлекле ваҡиғала беҙ, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашып, үткән дәүер тарихына изге эштәребеҙ, уңыштарыбыҙ менән үҙ йылъяҙмабыҙҙы яҙып ҡалдырҙыҡ.

Йыл һуҙымында барған барлыҡ сараларыбыҙ: шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе, һүрәттәр конкурсы, төрлө ярыштар, викториналар, тәрбиәүи сәғәттәр, концерттарҙағы һәр бер сығышыбыҙ тыуған илебеҙ - Башҡортостаныбыҙға арналды.

Республика юбилейы айҡанлы уҙғарылған тантаналы линейка ла юғары кимәлдә үтте. Уны 5 “А” класы уҡыусылары асҡандан һуң, Башҡортостан Республикаһы гимны яңғыраны. Гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова илебеҙ тарихына байҡау яһаны һәм уҡыусыларҙы Башҡортостандың киләсәген ҡайғыртыусы, көслө рухлы ул һәм ҡыҙҙар булып үҫергә өндәне.

Уҡыусыларҙың сығыштары, шиғырҙар ҙа видеопроекторҙан слайдтар менән яҡтыртылып, республикабыҙҙың бай һәм ҡатмарлы тарихын аңларға булышлыҡ итте. Тарих төпкөлөнә ҡайтып, февраль революцияһы, башҡорт милли хәрәкәтенән алып, Башҡорт АССР-ының гөрләп сәскә атыуы, үҙаллылыҡ яулап алыуына тиклемге осорҙо күҙ алдынан үткәрҙек. Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй ҡатнашҡан арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе иҫкә алдыҡ, Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзы Геройы исемен алған яугирҙарыбыҙ менән ғорурландыҡ, азат республикама дан йырланыҡ.

Сынғыҙ КИНЙӘБУЛАТОВ,
5 “А” класы уҡыусыһы.


Читайте нас: