Үҙебеҙҙең хәлгә килгәндә, уҡып-эшләп йөрөйбөҙ, бөтәһе лә һәйбәт.
Әней! Тормош – бик ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла икән ул. Иҫеңдәме, беҙгә – өс ҡыҙыңа – өйрәтә инең, кеше-лекле, ярҙамсыл булырға кәрәк тип?
Бына һин үҙең дә ғүмерең эсендә күпме кешегә ярҙам ҡулы һуҙҙың, күпме кешене ауыр сирҙәрҙән ҡотҡарып ҡалдың! Ә күпме сабыйға был донъяны күрһәтер өсөн көс һалғанһың!.. Уйлап торам да, 40 йылдан ашыу медицина өлкәһендә тоғро һәм намыҫлы хеҙмәт итеү, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булыу – ул тик һоҡланыу һәм хөрмәт хистәре тыуҙыра. Хәҙер инде хаҡлы ялда булһаң да, кәңәштәрең һаман кәрәк әле бөтәбеҙгә лә.
Ҡайҙа барһам да, таныш-тоноштарҙы осратҡанда һинең турала һорайҙар, сәләм әйтеп ебәрәләр. Ә мин йылмайыуҙан бушамайым – матур һүҙҙәр ишеткәс, күңелгә шул тик-лем рәхәт булып китә! Ул минең әнейем бит, тип бөтә донъяға ҡысҡырғы килә. Күңелең, уйҙарың таҙа һинең. Баҡсаңдағы янып торған сәскәләрҙәй, беҙҙең өсөн дә һин иң сибәре, иң яғымлыһы, әнекәйебеҙ!
Көндәлек ығы-зығыларҙан гел генә оҙаҡлап-яйлап һөйләшеп тә ултырып булмай, әммә һин беләһең – әтейебеҙ өсөн, беҙҙең өсөн, беҙҙең балаларыбыҙ өсөн һин әүлиә, иң ҡәҙерле кешебеҙ!
Оҙаҡламай күркәм юбилейыңа йыйылырбыҙ, Алла бирһә! Быйыл тыуған көнөң һинең һөнәри байрамыңа - Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә тура килә. Оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәп, ҡыуаныс-шатлыҡтарға төрөнөп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, имен-аман донъяларҙа йәшәргә яҙһын үҙеңә! Рәхмәтлебеҙ һиңә беҙгә бәхетле ғүмер бүләк иткәнең, әтейебеҙ менән бергә үҫтереп, уҡытып сығарғанығыҙ, беҙҙең балаларҙы әлегә тиклем аҡыллы кәңәштәр биреп тәрбиәләшкәнең өсөн, әтейебеҙҙе һаҡлап-яҡлап, яратып йәшәгәнең өсөн!
Тыуған көнөң ҡотло булһын,
Хатымдың аҙағында әтей менән икегеҙгә Лилиә ҡыҙығыҙ һәм Ленар ейәнегеҙ, Руслан кейәүегеҙ менән Резедә һәм Розалиә ейәнсәрҙәрегеҙ, Гүзәлиә ҡыҙығыҙ менән Анатолий кейәүегеҙ, Далер һәм Виктор ейәндәрегеҙ исеменән ҡайнар сәләм тапшырам. Осрашҡанға тиклем! Иҫән-һау булығыҙ!
Күп сәләмдәр менән: ҡыҙың
Миләүшә ЗӘЙНУЛЛИНА.
Красноусол ауылы.