-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
18 Июнь 2019, 11:29

Ауылдаштар күңел асты

11 июндә «Рәсәй – Башҡортостан дуҫлығы» девизы аҫтында Рәсәй көнө, Өфө ҡалаһы көнөнә арнап әҙәби-музыкаль композиция менән Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҙур сара үткәрҙе.

Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда сара башланғансы, ауыл халҡы йыйылғансы китапханасы Гөлшат Рахманғолова балаларға байрамға арналған викторина һорауҙары биреп, уйындар уйнатып, ҡатнашыусыларға бүләктәр биреп ҡыуандырҙы. Рәсәй, Башҡортостан һәм Ҡоролтай флагтары елберҙәп, гимн уйнауы, ҡояшлы матур көн дә ауылдаштарҙы майҙанға саҡырып торҙо.

Ауыл биләмәһе эштәренең уртаһында ҡайнап, һәр сарала әүҙем ҡатнашыусы ветерандар советы рәйесе Мәрйәм Кейекбаева ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны. Сараны әҙерләүсе һәм алып барыусы Рәүилә Килмөхәмәтова Ағинәйҙәр төркөмөн, балаларҙың “Гөләләү”, өлкәндәрҙең “Илһам шишмәһе” бейеү коллективтарының үҙешмәкәр артистарын йыйып, халыҡтар дуҫлығын, матур йолаларҙы шиғри һүҙҙәр, бейеү-йырҙар аша тамашасыларға еткерҙе. Шулай уҡ Театр йылын күҙ уңында тотоп, “Ҡараншишмә” халыҡ театры артистары башҡарыуында “Ай тотолған төндә” трагедияһынан өҙөк күрһәтелеүе килешле булды.

Сарала ҡатнашыусыларҙың “Башҡортостан” йырына барыһы бергә төшөп бейеүе (флеш-моб) байрамға үҙенсәлек бирҙе.

Әлфиә ИСҠУЖИНА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.


Читайте нас: