-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
18 Июнь 2019, 11:21

Байрамға әҙерлек дәррәү бара

Ибраһимда 29 июндә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы үткәреү билдәләнгәс, ауыл халҡы ҡыш өҫтөнән үк дәррәү эшкә тотонғайны инде. Иң тәүҙә зыяраттың ҡороған, ҡарт ағастарын ҡырҡып таҙарттылар, көндәр йылытҡас ир-егеттәр кәртәләп, ҡатын-ҡыҙҙар буяп та ҡуйҙы, үҫкән үләндәре сабылды.

Ауылда байрам көнө яҡынайған һайын иртә менән сүкеш-балта тауыштары ла йышыраҡ ишетелә. Ярайһы ғына әҙерлек эштәре талап иткән был байрамға йәше лә, ҡарты ла үҙ өлөшөн индерергә, һәр кем үҙ йорт-ихатаһын матурларға тырыша.

Йыйылыш үткәрелеп, комиссия ла төҙөлдө. Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы әүҙемлек күрһәтә. Ауыл старостаһы, депутаты Аяз Миҙхәт улы Вәлиев төп ойоштороусы булып тора. Байрамға әҙерлек барышында обелиск тәртипкә килтерелде, ауыл уртаһында ултырған иҫке келәт һүтелеп, урыны таҙартылды. Әле балалар баҡсаһы менән медпунктты кәртәләп, буяп ҡуйыу бурысы тора. Ауыл кешеләре барыһы ла ярҙам итә, айырыуса Рәмил, Руслан Рәхмәтуллиндар, Лилиә Ғәзизова, Рима, Гөлүзә Исҡужиналар, Рима Садиҡова, Шәүрә Вәлиева, Роза Әбделмәнова һәр эштә әүҙем. Урындағы халыҡ ярҙамы менән ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Киләсәктә клуб стенаһына Шакир Насиров иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу ниәте лә бар. Ауылыбыҙҙа етәкселек тарафынан газ, һыу, юл мәсьәләләре хәл ителеп, йәшәү өсөн уңайлыҡтар булдырылһа, киләсәктә был ерҙәр тағы ла күркәмләнер, үҫер тип өмөтләнәбеҙ. Барыбыҙ ҙа иҫән-һау булып, байрамды һәйбәт итеп үткәрергә яҙһын.

Фирүзә ӘБДЕЛМӘНОВА,
Ибраһим ауылының 9-сы округы
буйынса депутаты.
Читайте нас: