...Ҡыҙ бала башҡа ғаиләгә килен булып төшә. Ир бала башҡа ғаиләлә үҫкән ҡыҙға өйләнә. Һәм шул рәүешле яңы ғаилә барлыҡҡа килә, ике сит кешенән бер ғаилә төҙөлә. Ғаиләнең ниндәй сифаттар менән сифатланыуы, никахтың ныҡлы булыу-булмауы килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәренә лә бәйле. Киленде ҡәйнәһе йомшаҡ мендәргә баҫтырып, бал-май ҡаптырып, арҡаһынан һөйөп, изге теләктәрен теләп ҡаршы ала һәм буҫағанан уҡ үҙ-ара хөрмәткә нигеҙ һалына. Шул нигеҙ ҡаҡшамаһын өсөн килендән дә, ҡәйнәнән дә ҙур сабырлыҡ һәм зирәклек һорала. Ҡәйнәһен хөрмәтләп йәшәгән килендең ире ҡаршыһында дәрәжәһе үҫә. Аҡыллы ир әсәһенә хөрмәт күрһәтелгәнде юғары баһалай белә. Ир кеше өсөн ҡатыны менән әсәһе араһында йылы мөнәсәбәт, дуҫлыҡ, үҙ-ара хөрмәтте күреүҙән дә шатлыҡлыраҡ нәмә юҡ.
Ана шулай бер-береһен аңлап, ихтирам итеп, әсәле-ҡыҙлы кеүек һоҡландырғыс ғүмер иткән Тәслимә апай менән Камила әбей Ғиззәтуллиналар тураһында һүҙем.
Сығышы менән районыбыҙҙың Абдулла ауылынан булған ун туғыҙ йәшлек Тәслимә 1965 йылдың йәмле йәйендә Ҡормантау ауылы егете Рәүил Сабирйән улына кейәүгә сыға. Киләсәктә лә бер йортта йәшәйәсәк ҡәйнәһе, киленен үҙ ҡыҙы кеүек яҡын күреп, бик йылы ҡабул итә. Рәүил “Ленинизм” колхозында шофер булып эшләһә, Тәслимә сөгөлдөр үҫтерә. Бер йылдан һуң мөхәббәт емештәре булыр ҡыҙҙары Нәсимә донъяға ауаз һала. Тағы өс ул, бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Шул арала Рәүил “Беларусь” тракторында, ә Тәслимә Ҡормантау һөтсөлөк фермаһында һыйыр һауа башлай. Маҡталып эшләй ул, йыл һайын яҡшы эше өсөн колхоз идараһы быҙау биреп дәртләндереп тора.
- Әлбиттә, үҙебеҙ колхоз эшендә көндө төнгә ялғап йөрөгәс, балаларҙы ҡарау, тәрбиәләү ҡәйнәм иңенә төштө. Мин уға ғүмерем
буйына рәхмәтлемен. Балаларыбыҙҙы кешелекле, кеселекле, әҙәпле булырға, эш һөйөргә өйрәтте. Еләк-емешкә үҙе менән алып барыр ине. Йортҡа ҡайтҡас, беҙҙең алда балаларҙың һәр береһен маҡтай-маҡтай һөйләй ине. Уларҙы уҡыу ваҡытында мәктәпкә оҙатып, ҡаршы алыр ине. Дәрестәрен әҙерләүҙе лә контролдә тотто. Егерме йылға яҡын һауынсы булып эшләү дәүеремдә, ҡайтыуыма һәр саҡ эсер сәйе, керер мунсаһы әҙер булды, - тип хәтерләй ул йылдарҙы Тәслимә апай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур итеп кенә йәшәп ятҡан ерҙән тормош иптәше ҡапыл вафат булып китә. Баҫыуҙа тракторы менән химик утауҙа эшләп, төшкө ашҡа йортона ҡайтҡан Рәүил, аҙыраҡ хәл йыйырға ятып торған еренән мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Кейәүгә сығып, бергә йәшәй башлағанға 20 йыл тулған көндө беҙҙе ташлап китеүе бик аяныс булды, тип иҫкә ала Тәслимә апай. Ҡырҡ йәшендә генә биш бала менән тол ҡалған ҡатынға 32 йыл бергә йәшәгән ҡәйнәһенең ярҙамы, уның терәге ныҡ булғандыр, моғайын.
- Балаларым барыһы ла башлы-күҙле булып, матур итеп донъя көтәләр. 12 ейән-ейәнсәрем, 5 бүләрем бар. Донъяларыбыҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын. Һуғыш афәттәре күрергә яҙмаһын. Хәҙер ни теләһәң, шуны һатып алырға була. Тик ауыл ерендә йәштәргә эш урыны булмауы, ғаиләләрен ҡалдырып, сит яҡтарға эш эҙләп сығып китеүҙәре ҡыйын хәл. Ҡайһы тарафтарҙа йөрөһәләр ҙә, һәр кем үҙ ғаиләһенә һау-сәләмәт, күтәренке кәйефтә ҡайтып керһен, - ти әңгәмәсем.
Сабыр, зирәк булһаң, күпте күрмәй, аҙ ишетһәң, был донъяларҙа йәшәүе бигерәк тә рәхәт, тип өҫтәп ҡуйҙы Тәслимә апай. Эйе, ҡалғандарға үрнәк булып, килен менән ҡәйнәнең бер төптән матур итеп йәшәүҙәрендә Тәслимә апайҙың әйткән һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар.