+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
17 Сентябрь 2019, 11:28

Балалар өсөн байрам1

Аллаһҡа шөкөр, мосолман календары буйынса Яңы йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Ошо уңайҙан һәм Белем байрамын ҡаршылап Красноусол мәсетендә Ғафури районы Мосолман ҡатын-ҡыҙҙар берлеге матур сара ойошторҙо. Бик күп балалар үҙҙәренең әсәйҙәре, өләсәйҙәре менән 30 август көнө мәсетебеҙгә йыйылды.

Байрамды Ғафури районы мосолман ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Ғәлиә Рахманғолова башлап, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе мосолман календары буйынса килгән Яңы йыл һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрикләне, барыһына ла уңыштар һәм иман байлығы теләне.

Район мәктәптәре базаһында балаларға әҙәп-әхлаҡ дәрестәре биреү буйынса ойошторолған түңәрәктең педсовет етәксеһе Әлфиә Кәримова балаларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотланы, уларҙы мәсеткә уҡыуҙарға йөрөргә саҡырҙы.

Мәсеттә Ислам дине нигеҙҙәрен, ғәрәп телен уҡытҡан Нәфисә Әминева балалар менән бергә "Ихлас" сүрәһен уҡыны, Ирада Яруллина "бисмиллә" һүҙенең мәғәнәһе, мәсеттә үҙ-үҙеңде тотоу тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә үткәрҙе, Рәшиҙә Муллашева пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (сғс) тураһында викторина ойошторҙо. Һуңынан балалар өсөн күңелле уйындар үткәрелде, Ҡөрьән сүрәләрен яттан белгән балалар уларҙы һөйләп шатландырҙы, матур бүләктәр алып һөйөндө. Байрам тәмләп сәй эскәндән һуң, күмәкләп доға уҡыу менән тамамланды.

Сараны үткәреүгә үҙ өлөшөн индергән һәр ҡатын-ҡыҙға, балаларҙы ҡарбуз, татлы емештәр менән һыйлаған эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәт әйтке килә. Аллаһы Тәғәлә биргән саҙаҡаларығыҙҙы арттырып ҡайтарһын, ике донъяла ла әжер-сауаптарын күрһәтһен, эшегеҙгә, ғаиләгеҙгә хәйерле бәрәкәт насип итһен.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм әйтеүенсә, кеше үлгәс, бар эштәре лә туҡтатыла, өсәүҙән башҡа: саҙаҡа джәриә (саҙаҡа таратыу, ағас ултыртып ҡалдырыу, ҡоҙоҡ ҡаҙҙырыу, мәсет төҙөү, күпер эшләтеү кеүек эштәр - кеше үҙе үлһә лә, башҡалар файҙаһын күрһә), файҙалы ғилем (китаптар яҙып ҡалдырыу, кешегә ғилем биреү), үҙеңдән һуң һинең өсөн Аллаһҡа доға уҡыусы бала ҡалдырыу. Шуға ла балаларыбыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә, Аллаһ тураһында бәләкәй саҡтарында аңлатырға тырышып ҡалайыҡ.

Айгөл Кәлимуллина.

Красноусол ауылы.

Читайте нас: