Бай һәм ҡыҙыҡлы лагерь программаһы йәш крайҙы өйрәнеүселәргә белемдәрен, һөнәрҙәрен арттырырға, яңы дуҫтар табырға, рәхәтләнеп күңел асырға, ял итергә лә мөмкинлек бирҙе. Лагерҙа Өфө, Салауат ҡалаларынан, Дыуан, Ғафури, Өфө райондарынан һәм Ҡаҙағстандан 9 команда крайҙы өйрәнеү, турист күнекмәләре буйынса ярыштарҙа ҡатнашты. “Оҫталар ҡаласығы” конкурсында балалар оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы, декоратив-ҡулланма сәнғәт әйберҙәренән күргәҙмәләр ойошторҙо. Аҡманай күленә сәйәхәт йәш туристар өсөн ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булды.
Ярыш һөҙөмтәләре лә шатландырҙы: Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре “Оҫталар ҡаласығы” номинацияһында 1-се, крайҙы өйрәнеү маршрутында – 2-се, халыҡ йолаларында – 2-се, халыҡ бейеүҙәрендә – 2-се, дөйөм республика буйынса 3-сө урынды алып Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр менән наградланды.