-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
21 Июль 2021, 14:20

Телефон мажараһы

Уҡыу йылын уңышлы тамамлап, һынауҙарын һәйбәт тапшырыуы хөрмәтенә ейәнемә ата-әсәһе ҡыйбатлы телефон һатып алып биргәйне. Көтмәгәндә ошо телефонды ике ауыл араһында төшөрөп ҡалдырған.

Телефон мажараһы
Телефон мажараһы

Туғай - Яңғыҙҡайын араһын үҙе генә барып та, күмәкләп тә эҙләнеләр, таба алманылар. Инде аптырағас, полицияға хәбәр иттеләр.
Шул саҡта: “Берәйһе ҡыйбатлы телефон юғалтманымы икән?” тигән хәбәр беҙгә килеп иреште. Баҡһаң, ауыл ситендәге оло юл буйында ауылдашыбыҙ Радик Хәсәнов бесән эшләп йөрөгән булған. Күрәһең, ейәнем телефонын тап шул тирәлә төшөрөп ҡалдырғандыр инде. Радик уны табып алған һәм район эске эштәр бүлегендә эшләп йөрөүсе энеһе Олегҡа әйткән. Ул, үҙ сиратында, полицияға телефон юғалыуы хаҡында хәбәр килмәгәнме икәнен белешкән. Кемдән хәбәр алынғанын асыҡлағас, ейәнемә әйберен тапшырып, шатландырҙылар.
Хәсәновтар – Яңғыҙҡайында ихтирамлы, бик матур ғаилә. Лилиә ханым мәктәптә татар теле уҡыта. Ғаилә башлығы Рафиҡ байтаҡ йылдар Себер яҡтарына йөрөп эшләй. Күпләп мал, ҡош-ҡорт тоталар, ҡыҫҡаһы, хәләл көстәре менән етеш йәшәйҙәр. Ярҙамсыл булыуҙарын әйтәһе лә түгел.
Егеттәргә лә, ата-әсәһенә лә ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ, иҫән-һау эшләп йөрөһөндәр.
Фәрхәнә ШӘМСЕТДИНОВА.
Туғай ауылы.

Телефон мажараһы
Телефон мажараһы
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: