+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
21 Июль 2021, 12:20

Йәшенле йәй фажиғәһенә - 50 йыл

1971 йылдын йәмле йәйендә Юлыҡ, Һабай ауылдарынан ҡатын-ҡыҙҙар звеноларға берләшеп, үҙ-ара ярыша-ярыша сөгөлдөр баҫыуында эшләп йөрөгәндәрендә, ҡапыл көслө йәшенле ямғыр яуа башлай. Ырҙын табағына яҡын эшләгәндәр ырҙынға, йә Арҡа өйөнә кереп йәшеренәләр. Ә Һабай ҡатын-ҡыҙҙарынан торған бер звено яҡындағы ҡыуышҡа урынлаша.

Йәшенле йәй фажиғәһенә - 50 йыл
Йәшенле йәй фажиғәһенә - 50 йыл

Һәм сираттағы йәшен ҡыуыштағы 9 ҡатындың 7-һен секунд эсендә теге донъяға оҙата. Был ваҡытта уларҙың иң олоһона - Ғәшүрә апайға 46, иң йәше - өс бала инәһе Зәкиәгә 29 йәш булған. Йәшендән шаңҡыған 2 ҡатын-ҡыҙ ни мөғжизә менәндер ҡыуыштан сығып ергә ҡолағандар. Уларын Еҙем-Ҡаран дауаханаһынан килгән "Ашығыс ярҙам" машинаһы алып китеп, ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелеп, иҫән ҡалалар.
Ауылыбыҙҙа мәхшәр. Тирә-яҡ ауылдарҙан машина менән дә, ат егеп тә, йәйәүләп тә ҡазаға тарығандарҙың туғандары ағыла. Тулы составында район етәкселәре лә килеп еттеләр. Башҡортостан Хөкүмәте ебәргән ярҙам да килеп етә. Улар һәр мәрхүмәнең ғаиләһенә берәр тоҡ он, ул ваҡыттағы аҡса менән 400-әр һум таратып сыҡтылар.
Иң әрнеткәне - ғәзизкәйҙәрен юҡһынған 23 сабыйҙың һағышлы күҙ ҡараштары. Уларҙың хәсрәтле йөҙҙәрен күреү кемдәрҙең генә йөрәген өҙмәгәндер. Сөнки был балаларҙын күптәре мәктәп йәшендәгеләр һәм уҡырға төшмәгәндәре лә етәрлек, ә ике мәрхүмә тағы күпмелер ваҡыттан декрет ялына китергә йыйынған...
Ошо фажиғәнән һуң бар яҡтан да тирә-яҡтағы ауылдарға өлгө булып торған ауылыбыҙҙың ҡото, йәме китте.
50 йыл ваҡыт үтһә лә, был фажиғә уңалмаҫ яра булып ауылдаштарыбыҙҙың күңелендә әле булһа ла һулҡылдай.
Рәсүл БАСИРОВ,
мәғариф ветераны.
Һабай ауылы.

Йәшенле йәй фажиғәһенә - 50 йыл
Йәшенле йәй фажиғәһенә - 50 йыл
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: