+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
17 Апрель 2022, 13:40

Шиғриәт байрамы

Районыбыҙҙың билдәле шәхесе, тел белгесе Жәлил Кейекбаевҡа 110 йыл тулыуға бағышлап һәм туған телдәр көнөндә Башҡорт теле көнөнә арнап Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе Ж.Кейекбаевтың йорт –музейы менән берлектә конкурстар үткәргәйне.

Шиғриәт байрамы
Шиғриәт байрамы

Ошо конкурстарҙы йомғаҡлап ҡуйыу буйынса ижади бәйгелә әүҙем ҡатнашҡан Ғафури сәсәниәләрен Шиғриәт көнөндә музей хужабикәһе Рима Ишмырҙина ҡунаҡҡа саҡырып алды. Жәлил Кейекбаевтың тормошо, эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, шиғри бәйгеләргә йомғаҡ яһаны, Дипломдар тапшырҙы.Был бәйгеләрҙә йәштәр араһынан Диләфрүз Рәхмәтуллинаның, уҡыусыларҙан Линара Иҙрисованың башҡорт теле хаҡында шиғырҙар ижад итеп ҡатнашыуы һөйөндөрҙө. Сәйетбаба мәктәбе уҡыусыһы Розалиә Ишмырҙина ла шиғыры менән ҡыуандырҙы.Уның менән Жәлил Кейекбаев тураһындағы әйтеште лә әйттек.
Бәйге еңеүселәренә Рима Камил ҡыҙы Дипломдарға ҡушып Лира Яҡшыбаеваның "Жәлил Табын" исемле китабын таратты. Беҙ ҙә буш ҡул барманыҡ, мин үҙемдең авторлыҡтағы ике китабымды, шулай уҡ Лилиә Миниязова үҙенең китабын музейға бүләк иттек. Ә йыйылған сәсәниәләр һәм балаларға беҙ Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе исеменән остазыбыҙ Ғүмәр Ғайсиндың "Юл япрағы" исемле китабын бүләк иттек. Был китапты сәсән ағаһының ижадын таратыу маҡсатында Стәрлебаш ра-йонында йәшәүсе Шәһүрә Асҡарова сығарған. Бына шулай Шиғриәт көнөндә күңелдәргә ҡанат ҡуйҙы йорт-музейында йәшәүсе беҙҙең Жәлил ағайыбыҙ! Шиғырҙар һөйләү, үҙ ижадтары менән таныштырыу сәй табыны артында ла дауам итте. Саранан күңел күтәренкелеге алып, күңелебеҙ үҫеп, илһамыбыҙ артып ҡайттыҡ. Ғафури районы Жәлил Ке-йекбаев йорт-музейы директоры Рима Ишмырҙинаға, музей хеҙмәткәре Азат Ишмырҙинға Шиғриәт көнөндә матур әҙәби сараны әҙерләп үткәреүҙәре өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ижадташ дуҫтар менән бындай йыйылыуҙар ысынлап та күңелде күтәрә, илһамландыра.
Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә,
Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе

Шиғриәт байрамы
Шиғриәт байрамы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: