-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
29 Май 2022, 14:45

Ауыл терәге – егеттәр

Беҙ ауылдың шәп егеттәре, типһә тимер өҙөрлөктәре, тигән йыр беҙҙең Бурлы егеттәре тураһында йырланалыр ул.

Ауыл терәге – егеттәр
Ауыл терәге – егеттәр

Бәхет эҙләп ситкә сығып китмәй, ауылда төпләнеп ҡалған уңған егеттәребеҙ ауылыбыҙҙың терәге булып тора. Матур итеп өйҙәр һалып, балалар үҫтереп, мал-тыуар аҫрап донъя көтә улар. Ауылдағы бер эш тә уларҙан башҡа эшләнмәй. Ҡыштарын балалар өсөн хоккей майҙансыҡтарын әҙерләйҙәр, Яңы йыл байрамы алдынан шыршының тирә-яғын төрлө әкиәт геройҙарының һындары менән биҙәйҙәр, урам араларын ҡарҙан таҙартыу ҙа улар өҫтөндә, ә йәйҙәрен ауыл-
да эш тағы ла күберәк. Төрлө экологик өмәләрҙә, мәңгелек йортобоҙ - зыяратты таҙартыуҙа улар үҙ техникалары менән ярҙам итәләр.
Әле бына яңыраҡ ауылды һыу менән тәьмин итеүсе һыу башняһының насосы янып эштән сыҡты. Бөтә ауыл хафаға ҡалды, ә егеттәребеҙ бер кемдән дә ярҙам көтөп тормай, үҙ техникалары менән эшкә тотондолар. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр, егеттәрҙең тырышлығы менән ярты көндә насосты алыштырып та ҡуйҙылар.
Ауыл халҡы уңған егеттәребеҙ Фәнир Вәлиевҡа, Рәзил Зәйнуллинға, Илшат Хөснөтдиновҡа, Наил Шәриповҡа, Азат Сәлимйәновҡа, Фәрүәз Ғибаҙуллинға рәхмәттәрен әйтеп, изге теләктәрен еткерҙеләр. Ауыл өсөн янып йөрөгән шундай егеттәр булғанда ауылыбыҙ гөрләп йәшәр, тигән ышаныста йәшәй Бурлы халҡы.
Вәсимә МӨХӘРМӘТОВА.

Ауыл терәге – егеттәр
Ауыл терәге – егеттәр
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: