+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
29 Май 2022, 16:40

Рамаҙан айы бәрәкәте

Рамаҙан – күп изге ғәмәлдәр ҡылырға мөмкинлек тыуҙырған ай. Рамаҙан айы бәрәкәтендә ризыҡтың, аҙыҡ-түлектең тормошобоҙҙа мөһимлеген аңлайбыҙ. Шулай уҡ был ай күптәргә хәйерле файҙалы бер дарыу, бер доға булып, шул доғаларҙан ауырыуҙарға шифаларын биргәндер.

Рамаҙан айы бәрәкәте
Рамаҙан айы бәрәкәте

Рамаҙан айы бик күп кешеләрҙең күңел выждандарын уятып, фекерләргә, ояла белергә, боҙолған холоҡтарҙы тәрбиәләргә, төҙәтергә, тыйнаҡ булырға, кеше хәлен аңларға ярҙам иткәндер. Ата-әсәһенә, туғандарына, мохтажлыҡта йәшәгән кешеләргә шәфҡәтле булыу, ярҙам итеү кеүек матур кешелек сифаттары ла өҫтөнлөк ала.
Был айҙа зыяраттарҙа, мәсеттәрҙә өмәләр үтте. Мәрхүмдәр рухына доға ҡылып, саҙаҡалар таратылды.
Сәйетбаба ауылының ике зыяратында, Ҡолҡан, Туғай, Ҡаранйылға ауылдары зыяраттарында өмәләр ойошҡан үтте. Һәр зыяратҡа ла “Тереләрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел!” тигән яҙыуҙар эленде. Был вывескаларҙы Өфөнән Фәрит Фахразый улы Сафин яҙҙырып алып ҡайтты һәм эште ойошторҙо.
Рамаҙан айында, һәр ваҡыттағыса, Ҡолҡан ауылының “Фәйзулла” мәсете һәм Сәйетбаба ауылы мәсете иман нурҙары һибеп, ауылдарҙы яҡтыртып торҙо. Ай буйына ураҙа тотоп, тәрәүих намаҙҙарын үтәп, ифтарҙарҙа ҡатнашыу дуҫлыҡ һәм шатлыҡ мәжлестәре булып торҙо. Мәжлестәрҙә вәғәздәр тыңлап, изге ғәмәлдәр арта, иман нығына.
Сәйетбаба ауылы мәсетендә имам-хатип Исмәғил Әбүбәкир улы һәм Разифа Сәхиулла ҡыҙы Ишембәтовтар, Ҡолҡан ауылының “Фәйзулла” мәсетендә имам-хатип Ғәзиз Фәйзулла улы һәм Зилә Фахразый ҡыҙы Хәйруллиндар ауыл халҡы өсөн дөйөм ифтар мәжлестәре ойошторҙолар.
Шулай уҡ Красноусол мәсетендә ра-йон мосолман ҡатын-ҡыҙҙары етәксеһе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова балалары ғаиләләре менән бергә күркәм ифтар мәжлесе ойошторҙо. Мәжлескә Сәйетбаба, Ҡолҡан ауылынан да күп кенә ҡунаҡтар саҡырылды. Ифтар мәжлесендә 130-лап кеше ҡатнашты. Ифтарҙа Өфөләге “Ихлас” мәсетенең элекке имам-хатибы Мөхәммәт хәҙрәттең, Башҡортостан мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Розалия Иҙрис ҡыҙының һәм үҙенең бөтә ғүмерен халыҡтың аң-белемен үҫтереү эшенә, “Башҡортостан” радио-телекомпанияһына бағышлаған, бөтә Рәсәй телевидениеһы тарихында “Йома”, “Фатиха”, “Дорога к храму” кеүек төрлө телдәге дини тапшырыуҙарҙы беренселәрҙән булып ойоштороусы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманованың ҡатнашыуы мәжлескә нур өҫтәне (үрҙәге һүрәт).
Мөхәммәт хәҙрәттең ислам диненең йәшәү дине, аҡыл дине, логика дине, динле кешенең аҡыллы, төрлө яҡтан үҫешкән булырға тейеш икәнлеген аңлатҡан вәғәздәре һәр кемдә ихтирам уятты. Ә Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы үҙенең ковид менән ауырып, 100% зарарланып та иҫән-һау ҡалыуы бары тик Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте икәненә инандырҙы. Ифтарҙа яңғыраған вәғәздәр, Ҡөрьән аяттары, мөнәжәттәр мәжлестең тәьҫир көсөн арттырҙы.
Рамаҙан айының ғәйет саралары һәр ауылда бик матур, ойошҡан үтте. Ҡолҡан ауылында “Фәйзулла” мәсетендә Ураҙа ғәйете намаҙы алдынан Зилә Фахразый ҡыҙы һәм Хөснә Әхмәҙулла ҡыҙы күп балалы ғаиләләргә һәм ололарға байрам күстәнәстәре – фытыр саҙаҡалары таратып сыҡтылар (аҫтағы һүрәт). Ә 9 Май – Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы көнөндә һуғыш һәм тыл ветерандары ғаиләләренә һәм һуғыш йылы балаларына шулай уҡ күстәнәстәр әҙерләп тараттылар, ә байрам менән ҡотлап, ил тыныслығы, ғаилә именлеге, һаулыҡ теләп доғалар ҡылдылар.
Ураҙа байрамында Азат Фәйзулла улы Фәйзуллиндың ҡатнашыуы ҙур мәртәбә булды. Ул байрамға мул күстәнәстәр менән килде, атаһы Фәйзулла Ямалетдин улы, әсәһе Рәзәнә Фәррәх ҡыҙы рухына Ҡөрьән уҡытты.
Ураҙа ғәйете мәжлесендә ҡатнашыусылар Азат Фәйзулла улына рәхмәттәр әйтеп, эштәрендә уңыштар теләнеләр. Ә Азат Фәйзулла улы атаһы хөрмәтенә һалдырған “Фәйзулла” мәсетенә Ҡолҡан ауылы халҡының күпләп йөрөүен теләне. Мәсетте йәмләндереп, йәнләндереп матур итеп эшләгән Ғәзиз хәҙрәткә, абыстайҙарға һәм уларҙың дини дәрестәр алып барып, Ҡолҡан ауылы халҡын, балаларҙы иманға яҡынайтып, ғәрәпсә уҡырға-яҙырға өйрәтеүҙә уңыштар теләп, рәхмәттәрен еткерҙе.
Рамаҙан айы хәйерле үтте. Киләһе Рамаҙан айҙарын да күрергә яҙһын. Ил-донъяларыбыҙ тыныс, тормоштарыбыҙ мул, дәүләтебеҙ бәрәкәтле булһын!
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Сәйетбаба ауылы.

Рамаҙан айы бәрәкәте
Рамаҙан айы бәрәкәте
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: