+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
1 Июль 2022, 17:25

Дәһшәтле йылдар онотолмай

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан Ҡауарҙы ауылында ла Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында һуғыш осоро балалары – тыл ветерандары ҡатнашлығында матәм митингыһы үтте.

Дәһшәтле йылдар онотолмай
Дәһшәтле йылдар онотолмай

Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахманов сараны асып, һүҙҙе ауылдың имам-хатибы Фәрғәт хәҙрәткә бирҙе. Ул аяуһыҙ һуғыш ҡорбандары рухына бағышлап сүрә-аят уҡыны, еребеҙгә тыныслыҡ, именлек теләне. Ауылдың ветерандар советы рәйесе Рәмилә Ғәлина 1941 йылдың 22 июне таңында башланып, 1418 көнгә һуҙылған аяуһыҙ һуғыштағы Бөйөк Еңеүҙең күпме ҡорбандар аша яуланыуы хаҡында һөйләне. Сығыштарҙан һуң бер минут тынлыҡ менән яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алдыҡ, обелискыға сәскәләр һалынды.
Артабан сара мәҙәниәт йортонда әҙерләнгән сәй табыны артында дауам итеп, ветерандар был дәһшәтле йылдарҙы иҫкә алып, хәтирәләре менән уртаҡлашты, һәр береһе еребеҙгә аяҙ күк йөҙө, башҡаса һуғыш афәте булмауын теләне.
Рәмилә ҒӘЛИНА.
Ҡауарҙы ауылы.

Дәһшәтле йылдар онотолмай
Дәһшәтле йылдар онотолмай
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: