-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
2 Июль 2022, 10:30

Өшөгән картуф тәме

Кәкүк, кәкүк,Үпкәләмәм,Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе -Бар ҡайғыһын, бар шатлығынТатып китәм был ерҙең.Фәнизә Сәфәрғәле ҡыҙына ла үҙе йырлағанса тормоштоң ҡайғыһын да, шатлығын да татып йәшәргә тура килә.

Өшөгән картуф тәме
Өшөгән картуф тәме

Айырым бер мөһөр таҡҡандай - Һуғыш балалары тип йөрөтәбеҙ хәҙер уларҙы. Мөһөр тағыуын таҡтыҡ, ә бәхетһеҙ бала саҡ хаҡына бәхетле ҡартлыҡ бирә алабыҙмы? Уларҙы ла һуғыш ветерандары менән бер рәткә ҡуйыу дөрөҫөрәк түгелме икән? Бөйөк еңеү, тыныс тормош өсөн аслығын түҙергә, ауыр эшен дә үҙ иңдәрендә күтәрергә тура килә бит уларға. Бәләкәй Фәнизә лә итәктән төшөү менән колхоз эштәрендә ярҙам итә башлай.
Фәнизә Сәфәрғәле ҡыҙы 1936 йылда Юлыҡ ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы уртаһында йөрөгән атаһы Сәфәрғәле Усман улы Кандилов хаҡына барлыҡ ауырлыҡтарға түҙеп, башҡа балалар кеүек яланаяҡ, яланбаш колхозда хеҙмәт итә. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте генә тамамлау бәхете тейә. Артабан йырсы булыу теләге менән янһа ла, алты бала менән тол ҡалған әсәһе үҙ янынан ебәрергә теләмәй. Улар ғаиләләре менән йырға әүәҫ булһа, Фәнизә Сәфәрғәле ҡыҙының тауышында айырыуса илаһи моң сағыла. “Сәлимәкәй”, “Зөлхизә”, “Ғайса” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлаусыларҙы илертерлек итеп башҡара. Зәки Мәхмүтов исемендәге мәртәбәле конкурста еңеүе, Өфөлә үткәрелгән “Тальян гармун” фестивалдәренә ҡат-ҡат саҡырыуҙары шуға асыҡ дәлил.
Үҙе бәләкәйҙән колхоз эшенә өйрәнгәнлектәнме, “Мағаш” колхозында сөгөлдөрсө булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. Социалистик Хеҙмәт геройы Банат Батырова кеүек булырға тырыша һәм 1970 йылда Ғафури районы сөгөлдөрсөләре араһында ҙур уңыш йыя – бер гектарҙан 300 центнерҙан ашыу сөгөлдөр алыуға өлгәшә. Яҡшы күрһәткестәре өсөн В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Юғары Совет Президиумы тарафынан “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Уға ни бары 34 йәш була. Ҡауарҙыла беренселәрҙән булып 45 йәшендә “Хеҙмәт ветераны” миҙалын ала. Ауылдаштарының: “Сәфәрғәленең ҡыҙы түгел, улы бар”, - тип шаяртып һөйләүҙәре, Фәнизәнең эшкә егәрлелегенә, әрһеҙлегенә ҡарата әйтелгән.
Тормош иптәше Һибәтулла Ғарифулла улы Зөлҡәрнәйев менән 49 йыл татыу һәм бәхетле ғүмер кисерәләр. “Әсәлек даны” миҙалының өсөнсө, икенсе, беренсе дәрәжәһен ете баланы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырғаны өсөн ала. “Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән”, тигәндәй ҡыҙҙарын да, улдарын да намыҫлы, егәрле итеп үҫтерергә тырышалар. Улар ҙа бәләкәйҙән колхоз яланында эшләп-уйнап үҫәләр. Ул миҙгелде ҡыҙҙары Мөнирә Хәлиуллина яҡшы иҫләй. Инәһе колхоз яланынан алып ҡайтҡан өшөгән бәрәңгенән бешерелгән күмәстең тәмлелеген дә онотмай, әйткән һүҙҙәре лә мәңгелеккә хәтергә уйылып ҡалған: “Эх, аслы-туҡлы һуғыш йылдарында ошо өшөгән бәрәңге тәтеһә лә, беҙҙең өсөн байрам булыр ине... Үлән генә ашап йөрөгән көндәребеҙ күп булды”.
Тормош иптәше һунарсы булғас, ҡуян, төлкө, шәшке тиреләрен иләп, эшкәртеү кеүек кәсептәрҙе лә бар ғаиләһе менән үҙ итәләр. Тейешенсә ҡулланып, табышын да алалар. Һибәтулла Ғарифулла улына эйәреп, Фәнизә Сәфәрғәле ҡыҙы 20 йылдан ашыу урман хужалығына ла ярҙам итә. Ағас ултыртыу, утау кеүек эштәрҙе лә теләп башҡара. Урман хужалығына ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн йыл һайын ҡиммәтле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләйҙәр уларҙы.
Ете баланы аяҡҡа баҫтырам тип, сит кешенән ярҙам һорамай улар. Төрлө яйын табып, матур тормош көтә беләләр. Бер ваҡыт септә һуғыу менән дә шөғөлләнеп алалар. Махсус станокта һуғылған туҡымаларҙы Фәнизә Сәфәрғәле ҡыҙы Ҡарлыман станцияһына алып барып тапшырып, ғаиләһенә аҙыҡ-түлек алып ҡайтыр булған. Етеш тормошта йәшәйем тигән һәр кем үҙ яйын таба. Фәнизә ханым да йәйге осорҙа балаларын йыйып яланға сыға. Һары һәм ҡара мәтрүшкә, аҡсәскә, күк сәскә кеүек дарыу үләндәрен, балан, гөлйемеш емештәрен йыйып, дарыуханаларға тапшырып аҡса эшләй.
Тир түгеп донъя көтһәләр ҙә, артыҡ йомарт була Зөлҡәрнәйевтар ғаиләһе. Туристар, хатта сиғандарҙы ҡунырға индереүҙәре үҙе ни тора. Тик ултырырға өйрәнмәгән Фәнизә ханым тәҙрә төптәрен, баҡсаһын гөл-сәскәгә күмеп, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп йәшәй. Мул уңышын күршеләренә биҙрә-биҙрә тарата. Фәнизә ханымдың ҡул эштәренә лә маһирлығы хаҡында ҡуян йөнөнән бәйләнгән йөн ойоҡтар, бейәләйҙәр, хатта шәлдәр ҙә әйтеп тора.
Атеизм заманында үҫкән булһалар ҙа, дингә ышанып ғүмер итәләр Фәнизә һәм Һибәтулла Зөлҡәрнәйевтар. Төрлө баҫмаларҙа сыҡҡан аяттарҙы күсереп алып, ярышып ятлайҙар. Һуңғы йылдарҙа Фәнизә Сәфәрғәле ҡыҙын әруахтарға ҡөръән уҡытыу өсөн йыш саҡыралар.
“Бала - бауыр ите”. Таһира, Мөнирә, Рәхимә, Зөлфирә, Ләйсән исемле биш ҡыҙҙары, Яҡуп менән Ғәли улдары хаҡына бар тырышлыҡтарын һала улар. Һәр береһенә тейешле тәрбиә, белем биреп, оло юлға баҫтыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң ауыр ҡайғы - бала ҡайғыһын да кисерергә тура килә Зөлҡәрнәйевтарға. Юғары уҡыу йортон тамамлап, яңы эш башлап ҡына йөрөгән ҡыҙҙары Рәхимә фажиғәле вафат була. Фәнизә Сәфәрғәле ҡыҙына шулай уҡ улы Яҡупты, тормош иптәшен ерләргә тура килә. Ауыр кисерә, әммә бөгөлөп төшмәй. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уртаһында ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшәй ул.
Фәнизә ханым 85 йәшен ҡаршылап, йырҙа йырланғанса бар ҡайғыһын, бар шатлығын татып яҡты донъя менән хушлаша. Бала сағы дәһшәтле һуғыш осорона тура килгәнгәме, йәшәүҙең ҡәҙерен белеп, яҙмышҡа, тормошҡа дәғүәһен белдермәй генә матур ғүмер кисерҙе Фәнизә Сәфәрғәле ҡыҙы Зөлҡәрнәйева.
Айгөл Вәлиева.
Өфө ҡалаһы.

Өшөгән картуф тәме
Өшөгән картуф тәме
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: