Быйылғы “Атайсалға изге ғәмәлдәр йылы”нда Әсҡәт Зәйнулла улы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәнә изге эштәр башҡарырға тотонған. Ул үҙ аҡсаһына тимер сымдар һатып алған. Зыяратҡа барғанымда уны һәм ир-егеттәрҙе мәңгелек йорттоң кәртәләрен эстән тимер сымдар менән нығытып йөрөгәндә тап иттем. Биләмәһен таҙартҡандар, кәртәләрен буяғандар, зыярат өйө урынына будка ҡуйғандар.
- Кәртә тиҙ серей, оҙаҡҡа бармай, шуға тимер сымдар ҡуябыҙ. Кемдер ошо изге эште ойоштороп, башҡарырға тейеш бит, - ти Әсҡәт ағай.
Кем ниндәй эш белә, береһе – иретеп йәбештереү аппараты менән сымдарҙы тоташтыра, икенсеһе болгарка менән эшләй. Тамаҡ ялғауҙы ла ойошторғандар, ашты асыҡ һауала ҡаҙан аҫып алмашлап бешерәләр. Был көндө ашнаҡсылары Рәфис Күсәрбаев ине. Самауыры ла гөжләп ҡайнап ултыра. Аҙыҡ-түлекте өйҙән үҙҙәре лә, Әсҡәт ағай ҙа килтерә.
Ир-егеттәрҙең дәррәү эшләүенә һөйөнөп бөтә алмай, һәр береһен маҡтап телгә алды Әсҡәт ағай. Улар: Рәис Сәйетов, Ринат һәм Илфат Ниғмәтуллиндар, Раил Мофазалов, Рәфис Күсәрбаев, Рәис Аҙналин, Фанияз Мостафин, Рәжәп Вәлиев, Өфөлә йәшәүсе Ринат Сәйетов ҡаланан килеп ярҙам күрһәткән, тимер сымдарҙы Сергей Ильин үҙ техникаһы менән килтергән.
Бик тырышып эшләйҙәр, афариндар! Мин дә уларҙың ошо изге эштәренә һөйөнәм, сөнки минең олатай-өләсәйем ошо ауыл зыяратында ерләнгән. Әсҡәт Зәйнулла улына һәм ир-егеттәргә оло рәхмәтемде белдерәм.
Әсҡәт ағай киләһе йыл, ауылдаштары ярҙам ҡулы һуҙһа, күмәк көс менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә обелиск төҙөү уй-пландары менән дә уртаҡлашты. “Бағана, кәртәләр алып ҡуйҙым, егеттәр бер аҙ бушағас, был эште башларбыҙ”, - ти ул.
Изге ғәмәлдәр ҡылыусыларға уй-маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, тигән теләктә ҡалам.
Тәғзимә САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.