+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
30 Июнь 2023, 21:00

Ярты быуат ғүмер үтһә лә... Хәтерҙә һаман мәктәп юлдары

Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә элекке сығарылыш уҡыусыларының осрашыуҙары күркәм йолаларҙың береһе булып тора. 10 июндә мәктәпте 50 йыл элек (1972-73 уҡыу йылы) тамамлаған уҡыусылар осрашты. Таныш йөҙҙәр, йылы ҡараштар. Осрашыу, әлбиттә, сумка тотоп “һабаҡ уҡырға” тип борма һуҡмаҡ һалған мәктәп тупһаһынан башланды.

Ярты быуат ғүмер үтһә лә...  Хәтерҙә һаман мәктәп юлдары
Ярты быуат ғүмер үтһә лә... Хәтерҙә һаман мәктәп юлдары

-Үҙегеҙ уҡыған белем усағына рәхим итегеҙ, Тыуған мәктәбегеҙ һеҙҙе көтә, - тип осрашыуға килеүселәрҙе мәктәп директоры Зөһрә Хәйрулла ҡыҙы Хәйруллина ҡаршы алды.
Хәтирәләр йомғағы һүтелә барҙы. Ә шулай ҙа беҙҙең дәүерҙә мәктәп урамында төрлө урында урынлашҡан элекке мәктәп биналары бөгөн дә күҙ алдында. Уларҙың һәр береһе иҫтәлектәр һаҡлай. Төп бина булған мәктәп залында ҙур “ДТ-75” тракторы ултыра ине. Әйткәндәй, беҙҙең дәүерҙә “трактор” дәресе лә бар ине, китапхана, физика класы, уҡытыусылар һәм директор бүлмәһе... Китапхананан бына Мәстүрә Әйүп ҡыҙы Шәрипова һәм Мәрфуға Сафа ҡыҙы Рәхимғолова китаптар күтәреп килеп сығыр төҫлө. Ә Хәлирахман Хәбибрахман улы Хәкимов беҙҙе трактор янына баҫтырып, уның төҙөлөшөн аңлатыр ине. Ул осорҙа уҡытыусыларға утын-бесән, мәктәпкә утын ташыусы тракторсы Тәлғәт Дауыт улы Хәкимов менән йыш ҡына осрашып, хәтирәләр менән бүлешәбеҙ.
Мәктәп йылдары, мәктәп юлдары күпме иҫтәлектәр һаҡлай. Һабаҡташтар менән 1971 йылда яңы төҙөлөп бөткән бөгөнгө мәктәптә үҙебеҙ уҡыған класыбыҙҙа һәр кем үҙе ултырған парта артына ултырып, иҫтәлектәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Бай мәғлүмәтле “Мәктәп тарихы” музейында беҙҙе уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙҙы иҫләнек, фотолар ҡарап тарихты байҡаныҡ.
60 йыл элек мәктәпкә 1-се класҡа уҡырға килгәнде һәм башланғыс кластарҙа уҡытҡан Нәфисә Камал ҡыҙы Сәғәҙиеваны ихтирам менән иҫкә алдыҡ. Уның яғымлы ҡарашы, йомшаҡ наҙлы тауышы әле лә хәтеребеҙҙә. 5-6-сы кластарҙа класс етәксеһе һәм математика уҡытыусыһы Земфира Хәбибулла ҡыҙы Ғарифуллина булды. 7-се кластан класс етәксеһе һәм математиканан Зәйтүнә Зиннәт ҡыҙы Сәйфуллина уҡытты. Класс етәксебеҙ Зәйтүнә Зиннәт ҡыҙының ҙур тырышлыҡ менән беҙгә белем һәм тәрбиә биреүен һоҡланып иҫкә алдыҡ. Тормош мәшәҡәттәренә ҡарамай, һәр уҡыусыһының һәләтен үҫтерергә тырышты ул. Бейергә, вальс әйләнергә, йырларға ла өйрәтте. Һәр сарала әүҙем ҡатнаштыҡ, ярыштарҙа еңеүҙәр яуланыҡ. Үҙ фәненән арттараҡ ҡалған уҡыусыһына күпме өҫтәлмә дәрестәр үткәрҙе Зәйтүнә апабыҙ. Ябай ҙа, кешелекле лә булған уҡытыусыбыҙ һәр беребеҙҙең күңел түрендә.
Осрашыу ваҡытында үҙебеҙҙе уҡытҡан һәр уҡытыусыны, 1-се клас-тан башлап мәктәпте тамамлағансы бергә уҡыған иптәштәребеҙҙе барланыҡ. Уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙҙың күптәре, шулай уҡ класташтарыбыҙҙың бер нисәһе мәрхүмдәр инде. Мәрхүмдәрҙең урындары ожмах түрендә булһын. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе химия уҡытыусыбыҙ Рәйсә Хәбибрахман ҡыҙы Исхаҡова һәм яңы ғына диплом алып ҡайтып беҙҙе уҡытҡан физкультура уҡытыусыбыҙ Ринат Мөтиғулла улы Шәйәхмәтовҡа рәхмәтлебеҙ, артабан да иҫән-һау булһындар. Уҡытыусыларыбыҙ биргән белем аша һәр беребеҙ тормошта үҙ урындарыбыҙҙы таптыҡ, намыҫлы хеҙмәт юлы үттек һәм йәшәнек. Рәхмәт уҡытыусыларыбыҙға, рәхмәт һөнәрен мәктәпкә бағышлаған бөгөнгө уҡытыусыларға, мәктәп коллективына.
Осрашыуыбыҙ артабан ауылыбыҙҙағы “Ҡурай” кафеһында дауам итте. Яғымлы ҡараштары, тәмле аштары менән беҙҙе һыйлаған кафе хужалары Ләйсән һәм Илфат Фәйзуллиндарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, эштәре уң, һаулыҡтары ныҡ булһын. Һәр беребеҙ тормош һынауҙары аша ярты быуат ғүмер үтеп, мәктәп йылдарын тарихта ҡалдырып, ошондай матур осрашыуҙа ҡатнашыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Осрашыуҙы ойошторған Мәҙинә Ҡасимоваға рәхмәт. Ә күпме һәләттәр асылған, уңыштарға ирешелгән ошо дәүерҙә.
Мәктәп йылдарында йыуаш ҡына, ҡыйыуһыҙ ғына булып, бөгөн иһә башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап барыбыҙҙы ла хайран ҡалдырған ир-уҙаман Фәйез Фәйзуллинға һоҡланмау мөмкин түгел. Көслө тауыш, күпме моң һаҡлаған класташыбыҙ. Донъялар тыныс булып, киләсәктә тағы-тағы осрашырға яҙһын, тигән теләктә таралыштыҡ.

Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Сәйетбаба ауылы.

Ярты быуат ғүмер үтһә лә...  Хәтерҙә һаман мәктәп юлдары
Ярты быуат ғүмер үтһә лә... Хәтерҙә һаман мәктәп юлдары
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: