-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
8 Июль 2023, 11:35

Моңдар ҡайтты ауылға

Быйылғы атайҙар көнө Сәйетбаба ауылында ғәҙәти булмағанса билдәләнде. Ауылдың ветерандар советы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән гармунсылар ансамбле менән үҙенсәлекле кисә ойошторҙо. Йәмле йәйге кистә тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылған гармун уйнаусылар бер ҡорға йыйылып, тамашасыға моң байрамы бүләк итте.

Моңдар ҡайтты ауылға
Моңдар ҡайтты ауылға

....Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң ҡайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам...
Шулай тип моңланған саҡтар бар ине, йәше-ҡартының телендә ошо йыр ине... Аулаҡ өйҙәре лә, йәшлек тә кире ҡайтмаҫ-ҡайтыуын, ә бына моң һағынып зар илаған гармунды йыуатырға мөмкинлек бар әле.
Быйылғы атайҙар көнө Сәйетбаба ауылында ғәҙәти булмағанса билдәләнде. Ауылдың ветерандар советы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән гармунсылар ансамбле менән үҙенсәлекле кисә ойошторҙо. Йәмле йәйге кистә тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылған гармун уйнаусылар бер ҡорға йыйылып, тамашасыға моң байрамы бүләк итте.
Илһам Байбулдин башҡарыуындағы мәшһүр “Урал” көйөнән һуң сәхнәгә Флүр Фәхриев етәкселегендә тиҫтәнән ашыу гармунсы сығып баҫты. Махсус музыкаль белеме булмаған, әммә күңелдәре тулы моңға һөйөү йөрөткән оҫталар бер-береһен аңлап, хуплап бергәләшеп төрлө көйҙәр теҙмәһе башҡарҙылар, айырыуса дәртлеһе бейергә лә төшөп китте.
Ойоштороусыларҙың береһе - иң оло гармунсы Закир Ишмырҙин Сәйетбаба ауылындағы гармун уйнау традицияһы, хәтерендә ҡалған атаҡлы гармунсылар, уларға бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр хаҡында бәйән итте. Сәйетбаба ауылының баҡый донъялағы гармунсылары: Әмир, Әхмәтдин, Хәбрахман Исхаковтар, Рафил, Миңнур, Рәмил Сөләймәновтар, Аллабирҙе, Рафаэль Хызыровтар, Мәҡсүт, Рөфҡәт Ғәлиәхмәтовтар, Әсҡәт, Мәҡсүт Фәхретдиновтар, Талип Шәмситов, Тимербулат Яхин, Дәүләтша Дәминев, Әхмәт Ҡасимов, Ғәле Сәғәҙиев, Мөхтәр Рахманғолов, Ғәйетхан Файрузов, Мөхәмәт Баймөхәмәтов, Юнир Шәйәхмәтов, Әхтәм Ибраһимов, Әмир Мәүлетҡолов, Уҫман Ғәзизов һ.б. исемдәр яңғыраны. Зәкир ағай үҙе “тальянка” һәм “саратский”ҙа дәртле итеп уйнап күрһәтте. Уның һөнәрен улы Таһир дауам итә икән, сығыш яһаусылар араһында ул иң йәше ине.
Хатмулла Байбулдин Интернет селтәре аша бөтөн Башҡортостанға гармунсы булып танылды, район бәйгеһендә лә еңеү яулағайны, әле лә сығышы менән ҡыуандырҙы. Тимерхан Урманшин, Фәнүр Фәхриев, Илфат Сәйфуллиндар ҙа моңло ретро көйҙәр уйнаны, ҡайһыларына залдағы тамашасы ла ҡушылып йырланы.
Туҡһанынсы йылдарҙа барлыҡ туйҙар түренә иң беренсе гармунсы саҡырылыр ине, әлеге кеүек тамада түгел. Беҙҙең ғаиләләге байрамдарҙа Айрат Сөләймәнов, Радик Шәйәхмәтовтар гармунсы һәм йырсы булараҡ ҡатнашҡандарын иҫләйем, Асфат Юлбарисов мәктәп уҡыусыһы сағынан туйҙар түрендә булыр ине. Айрат та, Асфат та кисәлә уйнап та, йырлап та тамашасыны моңландырҙы. Сәлимйән Түзбәков уйнап, йырлап ҡына ҡалмай, сүкетеп һалып бейеп тә ебәрә. Сараның махсус ҡунағы - билдәле композитор Рәмил Ғимрани өр-яңы йырын бүләк итеп алып килгән. Бер бөртөк ҡатын-ҡыҙ гармунсы Ғәзизә Рахманғолова сығышын шиғри сәләмләүҙәр менән биҙәне. Оҙон халыҡ көйө “Һандуғас”ты гармунын ысын һайрар ҡоштай һайратып башҡарып Радик Аҡбашев хайран итте. 5 йәштән уйнарға өйрәнеп, бына инде алтмыш йылға яҡын был инструментҡа күңел һалған кешене нисек профессионал тимәйһең, гәрсә махсус музыкаль белеме булмаһа ла, нота танымаһа ла...
Моң байрамы гармун көйҙәренә тыпырҙашып күмәк бейеү менән тамамланды. Хәс тә элекке “аулаҡ өй”ҙәр һымаҡ...
Рәйлә Сабитова.

Моңдар ҡайтты ауылға
Моңдар ҡайтты ауылға
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: